Первая страница
Наша команда
Контакты
О нас

    Главная страница


Ахнаф харисов




страница6/35
Дата12.01.2017
Размер6.76 Mb.
ТипСборник
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   35

Литература


1. Булгаков Р.М. Произведения XII – начала X͟VIII века // Булгаков Р.М., Галяутдинов И.Г. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Уфа: Гилем, 2009. Часть 1. Тюркские рукописи. С. 31–180.

2. Булгаков Р.М. О жанре поэмы Кул Гали «Кысса-и Йусуф» // Урал — Алтай: Через века в будущее. Материалы V Всероссийской тюркологической конференции, посвященной 80-летию Института истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН. Уфа, 2012. С. 349–354.

3. Галяутдинов И.Г. Археографические находки ИИЯЛ УНЦ РАН 1968–1988 годов // Булгаков Р.М., Галяутдинов И.Г. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Уфа: Гилем, 2009. Часть 1. Тюркские рукописи. С. 17–30.

4. Исламов Р.Ф. «Кысса-и Йусуф» Кул ‘Али (К вопросу истории изучения) // Урал — Алтай: Через века в будущее. Материалы V Всероссийской тюркологической конференции, посвященной 80-летию Института истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН. Уфа, 2012. С. 354–360.

5. Китаб-и хәзрәт-и Йосыф ғәләйһи-с-сәлам. Казань: Типо-литография наследников М. Чирковой. 1899. 64 с. (тюрк. яз., араб. алф.).

6. Кул Гали. Кысса-и Йусуф (Сказание о Йусуфе) = Кол Гали. Кыйссаи Йосыф (Йосыф турында кыйсса) / Транскрипция основного текста, вступ. ст., примеч. и коммент., описание списков рукописей Ф.С. Фасеева. Казань: Тат. кн. изд., 1983. 544 с.: ил., 1 порт.

7. Кул Гали. Сказание о Йусуфе / Перевод С. Иванова; Автор предисл. и коммент. Н. Хисамов. Казань: Тат. кн. изд., 1985. С. 20–245.

8. Ҡол Ғәли. Ҡиссаи Йософ / Төркисәнән Зәйтүнә Шәрипова ҡайтармаһында. Өфө: Китап, 1993. 272 б.

9. Фасеев Ф.С. Кол Галинең «Кыйссаи Юсеф» поэмасы (Сюжет, композиция һәм идея эчтәлеге) // Татар теле һәм әдәбияты. Казан, 1976. Бишенче китап. 154–173 битләр.

10. Харисов А.И. Литературное наследие башкирского народа (XVIII–XIX века). 2-е изд., доп. Уфа: Китап, 2007.

11. Һәҙа-л-Китаб-и Йосыф ғәләйһи-с-сәлам. 143 с. (тюрк. яз., араб. алф.). — Рукопись 33 а 9 Фонда рукописей и старопечатных книг ИИЯЛ УНЦ РАН.

12. Шарипова З.Я. «Ҡиссаи Йософ» поэмаһының ҡулъяҙма сығанаҡ­тары // Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы (Әҫәрҙең проблематикаһы, поэтикаһы, теле). Өфө, 1988. 76–85-нсе биттәр.

13. Horovitz J. ‘Abd Allah b. Salam // The Encyclopaedia of Islam. NE. Leiden, 1986. Vol. I. P. 52.

Ғ.М. Бүләкова

БашДУ-ның Сибай институты (филиал), Сибай



ТӘСКИРӘ ДАЯНОВАНЫҢ “ЫШАН, УРМАН!” ПОВЕСЫНДАҮҪМЕРҘӘР НАРКОМАНИЯҺЫ ПРОБЛЕМАҺЫ

Быға тиклем йәш китап уҡыусыларға үҙенең “Аҡһаҡ ҡарға бүләге” (1994), “Ҡанбаба” (2002) тигән китаптары аша таныш булған Тәскирә Даянованың “Ышан, урман!” (2007) йыйынтығында донъя күргән, шул исемдәге повесы ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Сөнки күптәр, айырыуса мәктәп йәшендәге үҫмерҙәр, наркомания тип аталған был ҡурҡыныс сирҙең (эйе, ул, иң беренсе сиратта, сир, ә наркоман – шул ҡурҡыныс сиргә дусар булған кеше, тип ҡарарға кәрәк) ҡот осҡос эҙемтәләрен, ниндәй бәлә-ҡазаларға дусар итеүен күҙ алдына ла килтереп еткермәйҙәр. Дөрөҫ, мәктәптәрҙә, башҡа белем биреү учреждениеларында был йүнәлештә ниндәйҙер кимәлдә эш алып барыла барылыуын. Мәҫәлән, йылына бер-ике тапҡыр, яуаплы ойошмаларҙан килеп, лекциялар уҡыла, әңгәмәләр, тестар үткәрелә, кинофильмдар күрһәтелә. Ләкин залда ултырыусы үҫмерҙәрҙең күбеһе унда һөйләнелгәндәргә, күрһәтелгәндәргә битараф ҡала. Хатта әңгәмә барышында: “Это нас не касается!”, “Һөйләйҙәр инде, уларҙың эше шул бит!” – тигән һымағыраҡ репликалар ташларға ла тартынмайҙар улар. Тимәк, был йүнәлештәге аңлатыу-тәрбиә эшен күпкә алдараҡ, кәм тигәндә, мәктәптәрҙә 5-6-сы кластарҙан уҡ башларға кәрәк тигән һығымта яһарға мөмкин. Был тәңгәлдә тәрбиәүи сараларҙы мөмкин тиклем киңәйтергә кәрәк, һәм, әлбиттә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә нәфис әҙәбиәттең роле ҙур булыуын да оноторға ярамай. Билдәле булыуынса, урта звено кластарында (5-8-се кластарҙа) уҡыусы балаларҙың күбеһе әҙәби әҫәрҙәрҙе мауығып уҡый. Әҙәбиәт уҡытыусылары, ошоно күҙ уңында тотоп, үҙҙәренең уҡыусыларына кластан тыш уҡыу өсөн китаптар һайлағанда маҡсатҡа ярашлы эш итергә, был юҫыҡта уларға дөрөҫ йүнәлеш бирергә бурыслы.

Был йәһәттән Т. Даянованың “Ышан, урман!” повесы урта һәм өлкән йәштәге мәктәп уҡыусыларының һәр ҡайһыһына уҡып сығырға тәҡдим итерлек бик фәһемле әҫәр булды. Сулпан исемле мәктәп уҡыусыһының, алданып, наркомания ҡоло булып китеүе, аҙаҡ уны яратып йөрөгән егеттең ҡыҙыҡайҙы үлем тырнағынан йолоп алып ҡалыуы тураһында бәйән иткән был әҫәр хәҙерге балалар прозаһында йәш китап уҡыусыларға наркомания хаҡында бөтә әсе хәҡиҡәтте асып һалыусы фәһемле ижад өлгөһө булыуы менән айырылып тора.

Повесть төп героиня Сулпандың көндәлектәре рәүешендә яҙылып, хәл-ваҡиғалар уның күҙлегенән сығып яҡтыртыла. Был алым яҙыусыға наркомания тоҙағына эләккән геройҙың кисерештәрен, ғазаптарын уҡыусыны ышандырырлыҡ, хатта тетрәндерерлек, һабаҡ алырлыҡ итеп һүрәтләүгә мөмкинлек биргән.

8-се класта һәйбәт кенә уҡып йөрөгән, төҫкә-башҡа ла сибәр генә героиняны наркомания һаҙлығына бер ҡалала “престижный уҡыу йортоноң престижный факультетында уҡып йөрөгән” ерҙән, башы ауыртыуға һылтанып, “академ” алып, ауылда йәшәгән өләсәһенә ҡайтҡан Руслан этәрә. Электән наркоман булған был егет, үҙенә Сулпандың башкөллө ғашиҡ булыуынан файҙаланып, бер кисте уны өләсәһенең өйөнә алып ҡайта һәм наркотик һалынған кофе эсерә. Сулпан үҙенең көндәлегенә тәүге тапҡыр наркотик ҡабул иткән саҡтағы һаләте хаҡында: “Ҡайнар кофе мине шул тиклем иҙерәтеп ебәрҙе. Уның ниңә улай булғанын аҙаҡ ҡына аңлаясаҡмын”, – тип яҙып ҡуя. Бына шулай, Русланға донъяһын онотоп ғашиҡ булған ҡыҙыҡай, үҙе лә һиҙмәҫтән, физик һәи рухи деградацияға дусар ителә. Ләкин башта ул быны аңламай, барыһы ла һөйгәне янында үҙен бәхеттең етенсе ҡатында итеп тойоуҙандыр, тип уйлай. Бары тик көндәлегенә теркәгән түбәндәге яҙмалар аша ғына Сулпандың көндән-көн түбән тәгәрәүен һиҙемләргә мөмкин.

“5 апрель. Уф, әллә ерҙә, әллә күктә йәшәйем. Хатта үҙемде үҙем белмәҫ дәрәжәгә етәм. Кисә Руслан мине тағы үҙҙәренә алып китте... Был осрашыу тағы ла ләззәтлерәк булғанын иҫләйем. Үҙем менән ни булғанын томанлы ғына иҫләйем һымаҡ. Яратыуҙан шулай башты юғалталармы икән? Шулай ҙа бер нәмә аңыма һеңеп ҡалған: ҡыҙ кеше өсөн ғүмерҙә бер генә була торған ваҡиға булды. Тик был хәл, ниңәлер, бөтә асыҡлығы менән хәтергә төшә һалмай. Нимә булды, нимә булғайны миңә? Әле бөгөн көнө буйы аңҡы-тиңке йөрөйөм. Үлтерә яҙып эс бошоп ала. Мәңгегә хушлашҡан сафлығым шулай һағышҡа һаламы?

15 апрель. Минең көн дә юғалыуыма әсәйем асыулана башланы. “Төн буйы юҡ булып тораһың да көнө буйы иҫәңгерәп йөрөйһөң,” – ти. Көндөҙ миңә, ысынлап та, ауыр була башланы. Әллә йоҡом туймағанға инде. Күҙемде көскә асып йөрөйөм, дәрестә иҫерек һымаҡ ултырам. Башымды ҡулыма терәп, серем итеп тә алам. Башым гел тоноп тора. Тик Руслан хаҡындағы уй ғына һис юғалмай, бөтмәй. Мин унан бер сәғәт, бер минут айырылып торғом килмәй. Гел уның янына йүгергем генә килеп тора.

20 апрель. Мин аптырай башланым. Уның янына барһам, миңә еңел, рәхәт. Берәй сынаяҡ кофе эсеп алһам, күҙем асылып, ҡанат үҫкәндәй тойола башлай. Осоп китерҙәй булам. Һөйгәнем менән бергә булыу мөғжизәһеме икән? Сигаретҡа ла өйрәнеп барам. Тәҡдим иткәнен көтөп кенә торам. Икәүләп боттарҙы салып ултырып тартабыҙ. Шунан рәхәтлектә гиҙеү башлана. Ул мине һөйә, иркәләй. Мин үҙемә бер талап та ҡуймайым. Контроль юғала. Оялып та тормайым. Һөйгәнең менән булғанда ниндәй оят, ти. Руслан мине шулай сихырланымы әллә? Юҡ, юҡ, мин унан бер нисек тә баш тарта алмайым. Быға тиклем шундай ләззәт диңгеҙендә булғаным бар инеме минең? Тик көндөҙ ҡаңғырып йөрөү генә ауырыраҡ...”

Бына ошондай “күңелле” тормоштан һуң ай самаһы ваҡыт үтеүгә, Сулпан ниндәйҙер сиргә дусар булыуын аңлай. “Был сирҙе аңлатып та булмай. Температурам ныҡ күтәрелде, күҙем шартлап сығып бара төҫлө. Бөтә тәнемде, ит турағыс аша үткәргән кеүек, ауыртыу биләп алды. Етмәһә, тартыша башланым. Ауыртыуға түҙә алмай, тәгәрәп йөрөй торғас, бәүелемде лә тота алманым,” – тип яҙа ул үҙенең сире хаҡында.

Сулпан ауырыуын “аңлатып булмай торған сир” тиһә лә, наркомания хаҡында аҙ-маҙ белгән, ишеткән китап уҡыусы, героиняның яҙмалары буйынса, унда “ломка” булыуын, йәғни ҡыҙҙың наркоманға әйләнеүен аңлап ала. Ошонда шундай һорау тыуа: ярай инде, ҡыҙыҡай балалығына барып бер нәмә лә аңламаған. Ә уның ата-әсәһе, мәктәптә уҡытыусылар, дуҫ-иштәре, класташтары нимә ҡараған һуң?

Әҫәрҙә ниндәйҙер дәрәжәлә был һорауҙарға яуап бар. Мәҫәлән, героиня үҙенең ата-әсәһе хаҡында түбәндәгеләрҙе бәйән итә: “Әсәйемә 35 йәш. Ҡыҙ саҡта матур булған, буғай. Әле ул ҡаҡса кәүҙәле, гел генә һытыҡ сырайлы ҡатын. Йөҙөнә йыйырсыҡтар сыҡҡан. Гел һытылып йөрөү арҡаһындалыр инде, йәшенән оло күренә. Ул һис бушамай. Хатта эш-фәлән бөтһә лә, нимәлер соҡоп сығара кеүек. Әсәй фермала быҙау ҡарай. Эше таңдан алып кискә тиклем. Көндөҙ бер аҙ буш ваҡыты бар. Шул ваҡытта өй эштәрен, малдарҙы ҡарай. Әсәйемә асыуым да килә, йәлләйем дә. Сөнки ул өҫ-башын ҡарарға, үҙен тәрбиәләргә тырышмай. Атайым менән татыу түгелдәр: гел ығы-зығыға сәбәп табып торалар. Мин бәләкәй саҡта әсәйемдән уныһын-быныһын һорай торғайным. Ул гелән ваҡыт юҡҡа һылтанып, мине ситкә ҡаға килде. Хәҙер инде үҙем дә уға ынтылып бармайым. Шулай ҙа әсәйемдең мине аңлауын бик теләр инем...

Атайымды әсәйемдең киреһе, тиер инем. Төҫкә сибәр. Сөм-ҡара сәсле, ҙур ҡара күҙле. Киң итеп йылмайып ебәрһә, ап-аҡ тештәре емелдәп тора. Гел шат күңелле. Өҫ-башы ла ҡараулы, таҙа. Үҙе ҡупшы кешеме, бысранып йөрөмәй. Эше лә таҙа түгел бит әле. “Беларусь” тракторында эшләй ул. Әсәйемде күрәләтә һанламай. Уны гел кәмләй. Өй эштәрен дә эшләшеп бармай: мал ҡарамай, утын ярмай, өймәй... Уның эше – ауылда кәрәкле эш. Әле утын тарттырырға, әле бесән ташырға саҡырып ҡына торалар. Ул шунан ҡыйыш тейәп ҡайтып, әсәйҙе хурлаған саҡтары ла аҙ түгел. Әсәй өндәшмәй. Өндәшер ине, атай ҡул күтәрергә күп һорап тормай. Иртәгеһен былай ҙа бушамаған әсәйҙән үҙен тәрбиәләттерә. Һаман да әсәйҙе мыҫҡыллап тора. Их, асыу килә инде. Өйҙө ташлап сығып китерҙәй булам. Уның ҡарауы, ауылдағы ирһеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға алмаштырғыһыҙ кеше ул. Бөтәһен дә тотош һөйә, буғай. Әсәй тешен генә ҡыҫа инде, шым ғына илай ҙа. Күрәһең, атайҙы ярата ул... Бәләкәй саҡта мин атайға аҫылынып йөрөй инем. Хәҙер ҡырыҫландым. Уның әсәйҙе интектереүе күңелде ҡыра. Уларҙы дуҫ, татыу итер инем дә, хәлемдән килһә, ләкин юҡ шул, барып ҡына сыҡмай. Улар татыу булһа, ниндәй бәхетле булыр инек...”



Сулпандың атаһы менән әсәһе хаҡында хәҙерге мәктәп уҡыусыһы стиленә хас булған бына ошондай өҙөк-йолҡоҡ һөйләмдәрҙән торған яҙмалары менән танышҡас, уларҙың ни өсөн ҡыҙҙарын күҙ уңынан ысҡындырыуҙары, йәғни үҫмерҙең, үҙе лә һиҙмәҫтән, хата юлға баҫыуының сәбәптәре аңлашылғандай, асыҡланғандай була. Эйе, күңелле тормош көҫәгән, “һулаҡай”ға йөрөргә яратҡан, аҙаҡ хатта икенсе ҡатынға сығып киткән атай кешенең ғаиләһендә лә, донъяһында ла эше юҡ. Бәлки, шуғалыр ҙа гел генә һытыҡ сырайлы, донъя мәшәҡәтенән бушамаған әсәһе лә, ун бише тулып, ун алты йәшкә киткән, “тормоштан әллә ниндәй мөғжизәләр көткән, бәхет көткән” ҡыҙының эске кисерештәренә, ундағы үҙгәрештәргә битараф ҡала. Ә бит Сулпан әсәһе менән һөйләшергә, серләшергә бик теләй. Көндәлектәге “Их, әсәй, әсәй! Исмаһам, һин аңлаһаң ине хәлемде. Бар булмышым ғашиҡ икәнемде ҡысҡырып тора ла инде” тигән юлдар тап шул хаҡта һөйләй.

Яҙыусы һәр ҡайһыһы үҙ хәсрәте, үҙ проблемаһы менән йәшәгән, үҙ-ара уртаҡ тел тапмаған ата-әсәнең ваҡытында үҫмер ҡыҙҙарына иғтибар бүлмәүенең, ундағы үҙгәрештәрҙе һиҙмәүенең сәбәптәрен бына шул рәүешле эҙмә-эҙлекле һәм ышандырырлыҡ итеп биреүгә өлгәшкән. Ләкин был тәңгәлдә икенсе бер мәсьәлә күҙ уңынан ситтә ҡала: ә мәктәп, ҡыҙҙың уҡытыусылары, ахыр сиктә, уның класташтары ҡайҙа булған был ваҡытта? Руслан бит Сулпандан башҡа уның класташы Диләнән дә наркоман яһай. Хатта туҡтауһыҙ “ломка”ларҙан яфа сиккән, “Ҡайҙа инде миңә кеше тикшереү, үҙ ҡайғым баштан ашҡан,” – тигән Сулпан да күрә ләбаһа әхирәтендәге үҙгәрештәрҙе: “Дилә лә харап ҡыҙыҡ ҡына булып йөрөй. Күҙҙәре быялаланып, сәбәпһеҙгә шарҡылдап көлөргә генә тора. Тимәк, ул да...” Әйткәндәй, аҙаҡ “передозировка” һөҙөмтәһендә Дилә хатта Руслан менән бергә һәләк булып ҡуя. Ауыл ерендә урынлашҡан (ә ауылда, ғәҙәттә, бөтә нәмә сәғәте-минуты менән тигәндәй билдәле була) бер мәктәптә, хатта бер класта уҡыған ике үҫмерҙең наркомания тоҙағына эләгеүен класташтарының да, уҡытыусыларҙың да белмәүе, ваҡытында сара күрмәүе әҫәрҙең тәрбиәүи әһәмиәтен ниндәйҙер кимәлдә төшөрә, әлбиттә. Икенсенән, Сулпанды үлем тырнағынан йолоп алып ҡалыу өсөн, нигеҙҙә, уны электән яратып йөрөгән 11-се класс уҡыусыһы, ҡыҙыҡай биргән баһалама буйынса, “спортсмен, затлы, маҡсатлы егет”, “ҡасан ҡарама, ер менән булашҡан, шунлыҡтан “ер ҡорто” тигән исем алған “ҡара сурнай” Йыһаннур ғына көрәшә. Сығарылыш имтихандарына әҙерләнәһе урынға ул, Сулпанды ауылдарынан йыраҡта ятҡан ҡарағай урманына алып барып (бында егеттең ата-әсәһе, апаһы менән еҙнәһе ярҙам итә), ҡыҙыҡайҙы төрлө дарыу үләндәренән яһалған төнәтмәләр менән дауалай. Бик оҙаҡ (ике ай самаһы) яфаланғандан һуң, егет маҡсатына ирешә: Сулпан үҙ-үҙенә, уның менән булған хәл-ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирерлек хәлгә килә, йәғни яңынан айыҡ тормошҡа аяҡ баҫа. Шулай итеп, яҙыусы был тәңгәлдә мөхәббәт тигән тойғоноң барыһынан да өҫтөн булыуын, бары тик һөйөүҙең ҡөҙрәтле көсө ярҙамында ғына Сулпандың наркомания тырнағынан ҡотолоуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Алдараҡ наркоманияның һәләкәтле сир булыуы һәм был замана афәтенә ҡаршы сирленең үҙе лә, әйләнә-тирәләгеләр ҙә бер төптән булып көрәшкәндә генә уны еңеп булыуы тураһында һүҙ булғайны инде. Ә Тәскирә Даянованың “Ышан, урман!” повесының сюжет үҫтерелеше буйынса, был ҡурҡыныс ауырыуға һәм глобаль проблемаға ҡаршы көрәшеүсе һәм еңеп сығыусы кеше – ул үҙе лә балалыҡтан сығып бөтмәгән Йыһаннур ғына булып сыға. Бындай хәл ителеш конфликттың үткерлеген, ғөмүмән, әҫәр проблемаһының киҫкенлеген йомшартып ҡына ҡалмайынса, хәл-ваҡиғаларҙың уҡыусыға тәьҫир итеү көсөн дә кәметә төшә. Ә дөйөм алғанда, йәш быуында һуңғы ваҡытта тормошта киң таралған насар күренештәргә ҡаршы рухи иммунитет булдырыу маҡсатын күҙ уңында тотоп ижад ителгән был әҫәр һуңғы йылдарҙағы балалар прозаһында заман проблемаһын ҡыйыу күтәреүе менән дә, әҙәбиәткә яңы типтағы геройҙар, яңы характерҙар алып килеүе менән дә иғтибарға лайыҡ күренеш булды. Тағы ла Т.Даянова үҙенең был повесында, геройҙарҙың портретын ысын рәссамдарға ғына хас булған иҫ киткес теүәллек менән тасуирлап, үҙен портрет оҫтаһы итеп тә танытты.

Әҙәбиәт

1. Даянова Т.Б. Ышан, урман! Повесть, хикәйәләр, пьесалар. Өфө: Китап, 2007. 152 бит.


Г.Н. Гәрәева

БашДУ, Өфө



БАШҠОРТ РОМАНДАРЫНДА СОЦИАЛЬ-АНАЛИТИК

ХИКӘЙӘЛӘҮ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

ХХ быуаттың 60-сы йылдарында ижад ителгән башҡорт романдарында хужалыҡ, иҡтисад, производство мәсьәләләренә, завод–фабрика, колхоз-совхоз эшсәндәренең план үтәү өсөн актив эшмәкәрлегенә, партияның хужалыҡ итеү менән бәйле төрлө директиваларын тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы соцреализм әҙәбиәте өсөн типик булған традицион ҡаршылыҡтар һүрәтләнһә, 70-80-се йылдар романдарында инде үҙәккә рухи-әхлаҡи проблемалар ҡуйылды, халыҡтың күңел ихтыяждарына мөнәсәбәтле ижтимағи яңғыраш алған мөһим мәсьәләләр яҡтыртылды, ысынбарлыҡты художестволы сағылдырыу принциптары байыға төштө. Ваҡиғаларҙы панорам күрһәтеүҙән баш тартып, социаль-аналитик, социаль-психологик хикәйәләүҙең тығыҙ, төйөрөм һәм динамик формаһына күсеү жанр-стиль өлкәһендәге эҙләнеүҙәрҙең ыңғай һөҙөмтәһе булды. Был осор башҡорт прозаһы соцреализм ҡалыптарынан, бер төрлөлөктән аҡрынлап ҡотола барыу, тормошто күп ҡырлыраҡ яҡтыртыу менән дә характерланды. Был тенденциялар, тәү сиратта, әҫәрҙәрҙең тематикаһында һәм проблематикаһында сағылды.

Мәҫәлән, Т. Сәғитовтың “Һабантуй” романында 1975 йылғы ҡаты ҡоролоҡҡа ҡаршы ҙур бер совхоздың нисек әҙерләнеүе, меңәрләгән баш мал–тыуарҙы имен-аман ҡышлатыу өсөн ниндәй эштәр аҡтарыуы, аҙыҡ, бесән әҙерләү һәм башҡа ауыл хужалығына ҡағылышлы производство мәсьәләләре яҡтыртылаһы урынға, халыҡтың рухи ихтыяждары проблемаһына бөтөн иғтибар туплана. Үтә ныҡ ҡоролоҡ көтөлгән йылды һабантуй үткәрергәме-юҡмы тигән һорауға бәйле конфликт төйөнләнә, ҡараштар уртаға ярыла. Шулай итеп, традицион милли байрам күренешенә мөһим ижтимағи яңғыраш бирелә, шуға бәйләнешле геройҙарҙың характер үҙенсәлектәре, рухи ынтылыштары асыла. Романда эпик һүрәтләү йыш ҡына очеркка хас туп-тура "бәреп” әйтеү, публицистик юғары тонда хикәйәләү менән аралаша. Геройҙарҙы ла, хужалыҡ менән етәкселек итеүҙе лә шымартып күрһәтеү романдың тормошсанлығын кәметһә лә, рухи проблемаларҙы үҙәккә ҡуйыуы, мөһим мәсьәлә итеп күтәреүе менән Т.Сәғитовтың “Һабантуй” романы әһәмиәтле булды. Ысынбарлыҡты сағылдырыуға яңы күҙлектән килеү, яңы принциптарға таянып тормош күренештәрен һүрәтләү заман талаптарынан тыуған күренеш ине.

70-се йылдар аҙағында бик ныҡ киҫкенләшеп киткән замана проблемаһы бөтә ил күләмендә ваҡ ауылдарҙы перспективаһыҙ тип бөтөрөү, совхоз-колхоз үҙәктәренә күсереү сәйәсәте алып барыу, бының башҡорт халҡы тормошона көтөлмәгән фажиғәләр алып килеүе: әсә телендәге мәктәптәр ябылыуы, милли байрамдарҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы көсләп оноттороу, туған телде ҡулланыу даирәһенең тарая барыуы, рухи тамырҙарҙың өҙөлөү ҡурҡынысы тыуыуы яҙыусыларҙы сикһеҙ борсоно. Халыҡтың киләсәктәге рухи донъяһы, яҙмышы мәсьәләләрен Б. Рафиҡов, Ф. Иҫәнғолов һ. б. яҙыусылар традицион рәүештә милли үҙаңдың сығанағы,халыҡтың рухи хәтере эстафетаһын быуындан быуынға өҙмәй тапшырыусы. рухи байлыҡ тупланмаһы булған ауыл тормошо материалында күтәрҙеләр.

Б. Рафиҡовтың “Сал ҡылған” романында Өйәңке ауылының элекке мәшһүр йырсыһы, тыуған ергә мөхәббәт тойғоһон данлаған “Ташҡаҙан” йырының авторы Кинйәһолтан иҫтәлегенә һәйкәл асыу байрамын үткәреүгә бәйле боронғо милли традицияларҙы яңыртыу мәсьәләһе күтәрелә. Тыуған ерҙең данын яңыртып тороуҙың халыҡта ғорурлыҡ хисе уятыуы, был ғорурлыҡ тойғоһоноң кешене кеше итеүе идеяһы тотош әҫәр буйынса төп лейтмотив булып үтә. Яҙыусы тәрәнгә киткән рухи тамырҙарҙы юлларға, ата-бабаларҙың культура мираҫын, халыҡ ҡаһармандарының героик рухын, тыуған ер тойғоһон тергеҙергә, онотмаҫҡа саҡыра. Ҡәҙимге һымаҡ күренгән тормош күренештәрендәге, күҙгә салынып бармаған ябай кешеләрҙең ғәҙәти көнитмешендәге драматизм, трагизм тулы яҡтарҙы пафосһыҙ ғына, талғын эпик хикәйәләүҙә тәрән психологизм менән асып һалыусы әҫәре менән әҙип аҙ ғына ихтирамға-иғтибарға, йылы ҡарашҡа ла мохтаж кешеләргә ҡарата гуманистик мөнәсәбәт булдырыуға, шәфҡәтлеккә өндәй, мәрхәмәтһеҙлекте кире ҡаға, кешеләрҙе меҫкен хәленә ҡуйған, рухын иҙгән йәмғиәт шарттарын тәнҡитләй.

“Сал ҡылған” романында конфликт традицион ыңғай һәм кире геройҙар араһында ғына бармай. Дөйөм ил күләмендә сәйәси һәм ижтимағи тормошта урын алған ҙур кәмселектәр, иҡтисадтағы һәм социаль-рухи өлкәләге зарарлы тенденциялар тарафынан тыуҙырылған, административ-сәйәси система һөҙөмтәһендә көсәйгәндән-көсәйә барған ҡаршылыҡтарға ла нигеҙләнә ул. Роман характерҙар төрлөлөгөнән килеп сыҡҡан ҡараштарға, эш методтары төрлөлөгөнән яралған бәрелештәргә ҡоролған конфликтты ғына сағылдырмай, ә илдең бөтә тормош рәүеше, тоталитар соцсистема арҡаһында тыуған киҫкен конфликтты яҡтырта. Әҫәрҙең ҡеүәтле социаль яңғырашын, ижтимағи ҡаршылыҡтарҙың үткерлеген халыҡҡа ысын-ысындан хеҙмәт итеүсе ыңғай геройҙарҙың һәм бюрократ, партияның хата ҡарарҙарын бер нигә ҡарамай үтәргә тырышыусы, халыҡ яҙмышын, ихтыяждарын һанға һуҡмаусы кире геройҙарҙың эшмәкәрлектәре тағы ла нығыраҡ үткерләтеп, тәрәнәйтеп ебәрә.

Шулай итеп, Б.Рафиҡов әҫәрендәге ысынбарлыҡты сағылдырыу принциптары 60-сы йылдар романдарындағынан ныҡ ҡына айырыла.

Ф.Иҫәнғоловтың “Сыуаҡ көндәр” романында “Һабантуй” һәм “Сал ҡылған”да күтәрелгән проблемалар тағы ла ҡоласлыраҡ, ҡырҡыуыраҡ яҡтыртыла. Бөтөүгә хөкөм ителгән Яңы тормош тигән бәләкәй ауылдың яҙмышын тасуирлау аша автор, крәҫтиәндәрҙең ихтыяры менән иҫәпләшеп, ҡараштарын һанға һуғып тормайынса, бәләкәй генә иҡтисади файҙа артынан ҡыуып, оло юғалтыуҙарға халыҡты рухи тамырҙарынан, тарихынан, ата-олаталарҙан быуындан-быуынға тапшырыла килгән әхлаҡи ҡиммәттәрҙән, милләттең иң яҡшы сифаттарын, милли йөҙөн, рухи күркәмлеген сағылдырырҙай ғөрөф-ғәҙәттәренән, йәшәү рәүешенән, тәртип-низамдарынан айырыуға килтереүен бик киҫкен һүрәтләй. Яҙыусы һәләкәтте алдан күрҙе, художестволы һүҙ көсө менән уны булдырмаҫҡа тырышты.

Конфликт нигеҙен романда халыҡ аҡылын, ихтыяждарын алға ҡуйған уҙамандар менән илдәге административ-бойороҡ системаһының актив эшмәкәрҙәре, дөрөҫөрәге, ҡолдары араһындағы ҡаршылыҡ тәшкил итә. Экономик файҙа артынан ҡыуыу, бер тинлек табыш алыу биниһая рухи юғалтыуҙар, күңел ҡыйралыуҙар иҫәбенә эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, Ф. Иҫәнғолов иҡтисади һәм рухи төшөнсәләр араһында ятҡан упҡынды күрһәтә. Рухи яҡтың ни тиклем мөһим булыуын бөтә образдар системаһы аша, кире геройҙарҙың ғибрәт итерлек фразалары, ыңғай геройҙарҙың уй-кисерештәре, ынтылышары, ярһыу эшмәкәрлектәре аша раҫлай.

Үрҙә ҡаралған романдарҙа ысынбарлыҡты сағылдырыу принциптарындағы уртаҡ һыҙаттар булыу менән бергә, стиль үҙенсәлектәре буйынса айырмалыҡтар ҙа күҙгә ташлана. Т. Сәғитовтың “Һабантуй” романында публицистик стилгә, туранан-тура уҡыусыға мөрәжәғәт ителгән автор телмәрҙәренә шаҡтай урын бирелгән. Б. Рафиҡовтың “Сал ҡылған” романы өсөн легенда-риүәйәттәр рухы, фольклор стиле, романтик стиль төҫмөрҙәре хас. Ф. Иҫәнғоловтың “Сыуаҡ көндәре»нә эпик һәлмәклек, лирик йылылыҡ характерлы. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәтте сикһеҙ борсоусы социаль, фәлсәфәүи, әхлаҡи мәсьәләләрҙе сағылдырыусы, характерҙарҙы бөтә ҡатмарлылығында асырға ярҙам итеүсе эске монологтарға был романдарҙың бөтәһендә лә киң урын бирелеүе уларҙы яҡынайта ла. Был йылдар әҙәбиәтендә эске монологтың идея-эстетик роленең көсәйәүе хаҡында М. Пархоменко былай ти: «Небезынтересно отметить, что внутренний монолог в романах 70-х годов … служит и художественной реализации социально-философских, так называемых, вечных тем литературы” [3, с. 223]. Шулай уҡ геройҙар араһындағы диалогтарға мөһим идея-эстетик нагрузка һалына, һорау һәм яуап, аңлатыу һәм кире ҡағыу, бәхәс кеүек төрҙәре һәр айырым ситуацияға ярашлы ҡулланыла. Күп осраҡта драматик диалогтар төрлө психологик деталдәр, геройҙарҙың портрет характеристикалары, мимика, динамик хәрәкәттәр менән оҙатыла бара һәм рухи йәшәйештәге көсөргәнешлекте арттырыуға хеҙмәт итә.

Шулай итеп, ҡарап үтелгән осорҙарҙа башҡорт прозаһында реалистик стиль, байтаҡ ҡаршылыҡтар аша үтеп, нығынғандан-нығына барҙы, ысынбарлыҡты образлы сағылдырыуҙың төп формаһы булараҡ ХХ быуат уртаһында был эстетик категория үҙен ныҡлы танытты, артабанғы осорҙарҙа художестволы танып белеүҙең иң йыш ҡулланылған, үҫә, байый, тулылана барған һүрәтләү тибы булып ҡалды. Әммә реалистик форма һәр ваҡыт аҙ йә күп миҡдарҙа романтик элементтар менән аралаштырылып, байытылып ҡулланылды. Романтик ижад принцибына ҡоролған әҫәрҙәрҙә иһә реалистик элементтарға ла киң урын бирелде. Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау темаһы стиль өлкәһендә тынғыһыҙ эҙләнеүҙәрҙе, яңы һүрәтләү мөмкинлектәрен файҙаланыуҙы, халыҡтың ауыҙ-тел ижады ҡиммәттәренә, символик мәғәнәле дөйөмләштереү алымдарына мөрәжәғәт итеүҙе әүҙемләштерҙе. Психологизмдың тәрәнәйеүе авторҙарға геройҙарҙың донъяны ҡабул итеүҙәге күҙгә бик шәйләнеп бармаған милли сығанаҡтарҙы асыҡларға, характерҙарҙа һәм ваҡиғалар ағышында дөйөм кешелеккә хас һыҙаттарҙы туплап сағылдырырға мөмкинлек бирҙе.
Файҙаланылған әҙәбиәт

1. Байымов Р. Төрлө йылдарҙа тыуған уйҙар. Өфө: Ғилем, 2007. 384 б.

2. Вахитов Ә. Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары. Өфө: Китап, 2007. 464 б.

3. Пархоменко М. Горизонты реализма. М.: Сов. писатель, 1972. С. 223.


М.Х. И6елбаев

БашДУ, )ф0



«ҙәби ҡомартҡы булараҡ Йәнәсәй-Орхон

төрки руник яҙмалары

Я8ы эраны8 беренсе ме8 йыллы4ында баш7орттар Уралда, Алтай6а, К0нья7 Себер62, Урта Азияла, Т0нъя7 Кавказда баш7а т0рки халы7тары мен2н аралашып й2ш2г2н. Х быуат башында 42р2п с2й2х2тсе3е Ибн-Руста: «Баш7орттар – Волга мен2н Каманы8, Тобол мен2н Яйы7ты8 1рге а4ымын бил2г2н, Урал тау6арыны8 ике я4ында ла й2ш2г2н 16енс2лекле халы7», - тип я6ып 7алдыр4ан [5, 598-се б.]. V – Х быуаттар6а Евразияны8 6ур территория3ын бил2г2н т0рки халы7тары байта7 я6ма 7омарт7ылар 7алдыр4ан. Улар руник я6мала, борон4о уй4ыр графика3ында, 3у8ыра7 – 42р2п я6ма3ында ижад ителг2н. Т0рки халы7тары тарихына б2йле бул4ан руник 7омарт7ылар Лена, Байкал, Й2н2с2й буйында, Алтай6а, Монголияла, Урта Азияла, Т0нья7 Кавказда, Донда, хатта Венгрияла, Румынияла, Болгарияла тарал4ан [6, 76 – 82]. Баш7орттар6ы8 да бер 0л0ш0 42р2п я6ма3ына тиклем руно там4аларын фай6алан4ан. Был т0рл0 д2лилд2р мен2н ра9лана. Бер62н, баш7орт ырыу6арыны8 там4алары руник я6ма х2рефт2рен2 бик о7шаш. )9т21ен2, тарихи Баш7ортостан еренд2ге археологик табыштар ара3ында руник ташъя6малар осрай. 1973 йылда Са7ма4ош районында табыл4ан 72бер ташы – шулар6ы8 бере3е. Х26ерге баш7орт телене8 лексика3ында борон4о т0рки 7атламы ярай3ы 4ына урын ал4ан. Й2н2с2й-Орхон 7омарт7ыларыны8 баш7орт ерелеген2 м0н2с2б2те м2сь2л2л2рен т0рл0 я7лап Д.;. Кейекбаев, «.М. А6набаев, В.Ш. Пс2нчин, Т.;. Баишев, М.». «хм2тов, С.А. Галин, Ф.;. Хисамитдинова ке1ек 4алимдар тикшер6е.

Борон4о т0рки руник 7омарт7ылары Й2н2с2й-Орхон (4илми 262би2тт2 йышыра7 – Орхон-Й2н2с2й) я6малары тиг2н д0й0м исем мен2н й0р0т0л32 л2, улар улар бер-бере3ен2н алы9 ят7ан ике 6ур т0б2кте к16 у8ында тота.

Й2н2с2й, Лена, Абакан, Кемчик, Кем, Оя, Элегест йыл4алары буйында, Хакасияла, Тывала, Тау Алтайында, Красноярски6а табыл4ан руник там4алар6ы «Й2н2с2й борон4о т0рки я6ма 7омар7ылары» тип й0р0т2л2р. Улар махсус 26ерл2нг2н 7омташтар4а, гранит7а, 7аялар4а, хатта алтын, к0м0ш металл 3ауыт-3абалар4а, к06г0л2рг2, тинлек а7салар4а уйып я6ыл4ан. Б0г0нг0 к0нд2 160-7а я7ын шундай я6ма билд2ле; урында4ы, М2ск2162ге, Санкт-Петербургта4ы, сит илд2р62ге музей6ар6а 3а7ланалар. Й2н2с2й я6малары VI – Х быуаттар4а 7арай. Текстар6ы8 й0км2тке3ен2 килг2нд2, ниге662, эпитафик характер 09т0нл0к ит2. Т2162 донъя 7уй4ан кешене8 исем-ш2рифт2ре бирел2, тормош юлы, яугирлек 7а6аныштары б2й2н ител2, а6а7 был донъянан 7ан-72р62шт2рен ташлап ките1ен2 1кенес белдерел2. Т28ре, №омай ке1ек м2ж1силек д21ере алларарына м0р2ж242т итеп, 4иб262т 7ылыу6ы са4ылдыр4ан текстар 6а бар. «Мо4айын, дин тотоусылар телд2н 2йтелг2н 316г2 7ара4анда я6ыл4ан 3166е8 т2ь9ир к0с0н 09т0н0р2к 3ана4андыр», -- тип фаразлай хакас 4алимы И. Л. ?ызласов [2]. К1рене1енс2, Й2н2с2й я6малары й0км2тке3е мен2н Бол4ар д21ере Урал-Волга буйы эпитафик 7омарт7ыларына бик ауаздаш.

Й2н2с2й я6малары руник там4алар ара3ында и8 алда табыла. Себерг2 30рг0нг2 еб2релг2н швед офицеры Ф-И. Страленберг (Стреленберг) 1721 йылда Й2н2с2й 7ушылды7тары Тесь 32м Ерба йыл4алары тир23енд2 улар4а т21 7ат юлы4а 32м 16ене8 1730 йылда4ы хе6м2тенд2 руник там4алар6ы8 бер нис2 0лг030н килтер2. ХVIII быуатты8 80—90-сы йылдарында Н.М. Ядринцев, А. Гейкель, В.В. Радлов, Е.Н. Клеменц Монголияла Орхон 7омарт7ыларын аса.1893 йылда Дания лингвисы В. Томсен Й2н2с2й-Орхон я6маларын у7ыр4а ас7ыс таба.

Орхон бассейны 7омарт7ылары – д1рт21. Улар бары3ы ла VIII быуат башында ижад ителг2н 32м Т0рки 7а4анаты д21ерен са4ылдыра: К1л-т2гин бейг2 арнал4ан :ур 32м Б2л2к2й я6ма, Билге 7а4ан 32м Т0нйо7у7 я6малары. Т21ге 0с21ене8 авторы – Йолы4-т2гин; а6а77ы3ы Т0нйо7у7ты8 16е тарафынан я6ыл4ан. Б0т23е л2 бейек таш ба4аналар4а (стела) автор6ар6ы8 2йтеп тороуы буйынса о9талар тарафынан уйып я6ыл4ан ярай3ы у7 6ур к1л2мле текстар6ы т2шкил ит2л2р. Й0км2ткел2ре буйынса – заманы 0с0н ысын м242н23енд2ге камил 262би-тарихи 292р62р. Бер-бере3ен у8ышлы тулыландырып килг2н был я6малар Беренсе 32м Икенсе Т0рки 7а4анатыны8 200 йыл4аса 3у6ыл4ан тарихын профессиональ 316 о9та3ы телм2ре мен2н тулы3ынса к16 алдына ба9тыра. Донъя а4ышы тура3ында ф2лс2ф2, е8е1ле й2 у8ыш3ы6 х2рби походтар, абруйлы 7а4андар6ы, бей62р6е данлау, булды73ы66арын т2н7итл21, оло ш2хест2р6е ю4алтыу ай7анлы 7ай4ы-х2ср2т, 16 хал7ы я6мыш 0с0н борсолоу й2 4орурланыу – былар бары3ы ла аны7 тарихи фонда н2фис тел мен2н 3ынландырыла. Я6мала телг2 алын4ан и8 6ур ш2хкст2рг2 т0рл0 я7лап ярай3ы у7 тулы 7ылы73ырлама бирел2. Ми9ал 0с0н К1л-т2гинг2 арнал4ан :ур я6маны8 7ы97аса й0км2тке3ен2 м0р2ж242т итеп 7арайы7.

…№ауа 32м Ер п2й62 булды, 262м заты барлы77а килде, тип башланып кит2 я6ма. Кешел2рг2 Бумын 7а4анды8 баш булыуы ха7ында х2б2р ител2, уны8 са4ыу образы к2162л2ндерел2. Бумын 7а4ан 32м уны8 то4ро вари9тары идара итк2н заманда д1рт тараф та дошмандар мен2н уратып алын4ан ине, 2мм2 улар буй3ондоролдо, илд2 именлек урынлашты. Бумын донъя 7уй4анда, хушлашыр 0с0н к1п халы7тар йыйылды, улар араһында таб4ачтар 6а бар ине, тип я6а автор. ?а4анат т0рки62ре 7ытай6ар6ы таб4ач тип ата4ан. Улар т2162 7ытай6ар6ы8 7ул а9тында була; Бумын (Т0м2н бей) ет2кселегенд2 азатлы7 яулап, 1662рене8 бойондоро73о6 илен – 7а4анатын ойоштороу4а иреш2л2р. Тим2к, т21ге 7а4анды ерл2г2нд2, уны8 мен2н хушлашыр4а дошмандары ла килг2н, с0нки уны8 абруйы ифрат ю4ары була.

Артабан 7а4анатты8 Бумын 7а4андан 3у84ы я6мышы б2й2н ител2. Хакимдар6ы8 булды73ы6лы4ы ар7а3ында, таб4ачтар т0рки ир-аттарын улдарына 7аршы 7уя, халы7 я8ынан таб4ач7а 7олло7а т0ш2. 50 йыл буйына 7олло7та й2ш2й, таб4ач исемен2н 3у4ыштар алып бара. Халы7 барыбер уйлан4ылап ала – 2 16ебе66е8 берлек 7ай6а? Мине8 атайым Илтерис мен2н 2с2йем Илбилге халы7 09т0н2 к1т2релде, тиел2 я6мала. Алда 2йте1ебе6с2, уны8 авторы Йолы4-т2гин. Йолы4-т2гин, К1л-т2гин 32м Билге – Илтеристы8 улдары. ?омарт7ыны8 икенсе ярты3ында 316 асылда ошо 4аил2не8 ?а4анат я6мышында4ы роле ха7ында бара. Илтерис, халы7ты та4ы ла таб4ачтар6ан 7олло7тан 7от7арып, Икенсе ?а4анатты ойоштора. Уны8 ет2кселегенд2ге е8е1ле яу6ар 3анап кител2. Илтеристе8 яугир62ре – б1рег2, дошмандар 3ары77а са4ыштырыла. Илтерис 47 тап7ыр поход7а сы4а, 20 тап7ыр 3у4ыш7а ин2. Ул донъя 7уй4ас, 7а4анлы7 0лк2н улы Билгег2 к1с2. Уны8 д21еренд2 25 тап7ыр поход7а сы4ып, ?ытай, Саян, !зб2кстан, 7ыр4ы6 ер62ренд2 13 тап7ыр 3у4ышалар. Билген2н 3у8 Йолы4-т2гин 16е 7а4ан була, кесе ту4аны К1л-т2гин мен2н бер т0пт2н эш ит2л2р. 12 тапыр поход7а сы4ып, к1п ер62р яулай6ар, ярлылар6ы бай ите1г2 0лг2ш2л2р. Д1рт тарафта тыныслы7 урынлаша.

Я6маны8 а6а77ы 0л0ш0 тулы3ынса К1л-т2гинде8 16ен2 ген2 арнала. Аталары донъя 7уй4анда, у4а 7 й2ш була. 10 й2ш тиг2нд2, 2с23ен шатландырып, батырлы7 билге3ен2 ярашлы, К1л-т2гин исемен ала. 16 й2шенд2 ?ытай х2рби юлбашсы3ы 32м императоры Онг-Тутукты 2сир ит2 (тарихсы Л.Н. Гумилев я6мала4ы был м24л1м2тте8 д0р09л0кк2 тап килм21ен белдер2. [1, 290]. 21 й2шен2 д23ш2тле алыштар6а уны у7 алмай, берг2л2п 7ытай 42ск2ре башлы4ы Сача-Сенгунды8 армия3ын ю7 ит2л2р. 26 й2шенд2 7ыр4ы66ар6а 7аршы 3у4ыша башлай6ар. Ул булма3а, бе6, б0т2 ырыу6аштар, 32л2к булыр инек, тип белдер2 а4а3ы. К1л-т2гинде8 1лемен ул бик ауыр кисер2. Г1й2, к16ем 3у7ырай6ы, г1й2, а8ым томаланды, ти ул. ?усты3ын 3у84ы юл4а о6атыр4а к1п халы7тар в2килд2ре йыйыла -- асылда, ул 16е 7аршы 3у4ыш7ан дошмандары. Уны8 х0рм2тен2 7уйыл4ан ташты8 (2леге я6маны8) тексын да, Йолы4-т2гинде8 2йтеп тороуы буйынса, таб4ач о9талары уйып я6а.

К1л-т2гинг2 арнал4ан Б2л2к2й я6мала шулай у7 т0рки62р6е8 х2рби походтары тасуирлана, д21л2тте8 с2с2к2 атыу 32м б0лг0нл0кк2 т0ш01 с2б2рт2ре ха7ында4ы уйланыу6ар бирел2.

Билге 7а4ан4а арнал4ан я6ма, уны8 16ене8 исемен2н 316 й0р0т0л32 л2, Йолы4-т2гин авторлы4ына 7арай. Шу4а к1р2, уны8 К1лт2гинг2 арнал4ан :ур 32м Б2л2к2й я6ма мен2н ты4ы6 б2йл2нешт2 булыуы т2би4и. !62кт2 – Илтерис 32м уны8 улдары идара итк2н д21ер. Бере3енд2 ентекле бирелг2н х2л-ва7и4алар икенсе3енд2 юлай7ан 4ына и9к2 алып 1тел2. Й2, кире3енс2, т21ге3енд2 316 аралаш 7ына 2йтеп 1телг2нд2ре быны3ында ентекле тасуирлана.

Т0нйо7у7 я6ма3ында автор6ы8 16ене8 образын асыу беренсе планда тора. Ул Илтерис, ?апа4ан, Билге 7а4андар6ы8 к282шсе3е була. Я6маны8 бер нис2 урынында 16ене8 у7ымышлы а7ыл эй23е ик2нлеген 3ы6ы7 09т0н2 ала. Таб4астар м262ни2те йо4онто3онда т2рби2 алдым; Илтерис урынына 16ем 7а4ан була ала инем, а7ыл эй23е булара7, был вазифаны у4а бир6ем; Илтерис, ?апа4ан, Билге 7а4андар идара итк2н заманда, мине8 а7ыллы к282шт2р ар7а3ында, д21л2т – ысын д21л2т, халы7 – ысын халы7 д2р2ж23ен2 к1т2релде, тип билд2л2й ул. Я6мала шулай у7 х2рби походтар4а ла 6ур урын бирел2.

Борон4о т0рки руник я6малар6ы8 баш7орт теле мен2н х26ерге баш7орт тел 4илеме белгест2ре билд2л2г2н урта7лы7тарынан тыш, Орхон 7омарт7ыларында баш7орттар6ы8 тормошона, халы7 ижадына 7а4ылышлы 7ы6ы7лы м24л1м2тт2р табыр4а м0мкин. М292л2н, К1л-т2гинг2 арнал4ан я6малар6а Татабы, Тонгра тиг2н ырыу6ар телг2 алына. Этнограф Р.;. Кузеев фаразлауынса, бында Табын, Т18г21ер баш7орт ырыу6ары тура3ында 316 бара. Илтеристы8 7атынын – 1662рене8 2с23ен – Йолы4-т2гин №омай мен2н са4ыштыра. Был исем Т0нйо7у7 я6ма3ында ла телг2 алына: «К1к й060, №омай-алла 32м изге Тыу4ан илебе6 бе6г2 е8е162р б1л2к итте…» [4, 130-сы б.]. ?омарт7ыла шулай у7 А7бу6ат образы бар. Былар бе6г2, 2лбитт2, «Урал батыр» эпосын х2терг2 т0ш0р2.

Нисек кен2 булма3ын, руник я6мала4ы Й2н2с2й-Орхон 7омарт7ылары т0рки халы7тары я6ма 262би2тене8 шишм2 башы, т21 сы4ана4ы ролен 1т2не, улар6ы8 артабан4ы я6ма 316 с2н42тен2 3и6елерлек йо4онто я3аны.


Каталог: files
files -> Урок литературы в 7 классе «Калейдоскоп произведений А. С. Пушкина»
files -> Краткая биография Пушкина
files -> Рабочая программа педагога куликовой Ларисы Анатольевны, учитель по литературе в 7 классе Рассмотрено на заседании
files -> Планы семинарских занятий для студентов исторических специальностей Челябинск 2015 ббк т3(2)41. я7 В676
files -> Коровина В. Я., Збарский И. С., Коровин В. И.: Литература: 9кл. Метод советы
files -> Обзор электронных образовательных ресурсов
files -> Внеклассное мероприятие Иван Константинович Айвазовский – выдающийся художник – маринист Цель
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   35

  • Ғ.М. Бүләкова
  • Әҙәбиәт
  • Файҙаланылған әҙәбиәт
  • М.Х. И6елбаев