Первая страница
Наша команда
Контакты
О нас

    Главная страница


Ахнаф харисов




страница31/35
Дата12.01.2017
Размер6.76 Mb.
ТипСборник
1   ...   27   28   29   30   31   32   33   34   35

Литература

1. Абдулкадир Инан: Библиографический указатель./ Сост. Салихов. А.Г. Уфа, 1996. 60 с.

2. Валеев Д.Ж., Мадьяри А., З.Г. Ураксин, Юлдашбаев А.М. Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов. Уфа, 1995. 143 с.

3. Валиди Тоган А.-З., Инан А., Таган Г. Служение. Сборник трудов башкирских ученых-эмигрантов – лидеров национально-освободительного движения 1917-1920 годов./Сост. и пер. А.М.Юлдашбаев. Уфа:Китап, 2007. 208 с.

4. Инан Әбделҡадир. Мәрхүм Зәки Вәлиди Туған менән тәүге танышыуым. Төрөксәнән Әмир Юлдашбаев һәм Әхәт Сәлихов тәржемәһе // Ағиҙел. 2000. № 8. 34-35 биттәр.

5. Инан Әбделҡадир. Төркиәгә килгәндән алдағы тормошомдан бәғзе хәтирәләр. Яҙып алыусы Сәғиҙә Арҫланбәк. Төрөксәнән Әмир Юлдашбаев тәржемәһе // Ағиҙел. 1994. № 1. 84-106 биттәр; № 2. 142-149 биттәр.

6. Инан Ә. Шаманизм тарихта һәм бөгөн. Төрөксәнән Д. Валеев һәм Р. Гилязетдинов тәржемәһе. Уфа: Китап, 1998. 240 бит.

7. Лах Роберт, Янски Герберт, Таган Галимджан. Башҡорт әсирҙәренең йырҙары. Немецсанан Әхәт Сәлихов һәм Зилиә Рәйемғужина тәржемәһе// Ватандаш. 1998. № 4. 106-119 биттәр.

8. Надергулов М.Х. Фатхелькадир Сулейманов // История башкирской литературы. Т. 1. С древнейших времен до начала ХХ века. Уфа: Китап, 2012. С. 456-459.

9. Нәҙерғолов Минлеғәли. Баһалар ғәҙел булғанмы?// Ағиҙел. 1994. № 4. 180-185 биттәр.

10. Сөләймәнов Ф. Башҡорт йәйләүендә. Текстологик эштәрҙе башҡарыусы, төҙөүсе һәм баш һүҙ авторы М.Х. Нәҙерғолов. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1996. 192 бит.

11. Сәлихов Әхәт. Онотолған тарих биттәре. Өфө: 2003. 140 бит.

12. Харисов Әхнәф. Үткән ғүмер – ҡалған хәтер. Мәҡәләләр, публицистик яҙмалар, нәфис әҫәрҙәр. Баш һүҙ авторы һәм ғилми мөхәррире Миңлеғәли Нәҙерғолов. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997. 192 бит.

13. Хөсәйенов Ғайса. Фәтхелҡадир Сөләймәнов­–Абдулҡадир Инан: (Эмиграция әҙәби-фәнни мираҫынан) // Ағиҙел. 1990. № 1. 100-108 биттәр.

14. Хөсәйенов С.М. Фәтхелҡадир Сөләймәнов ижадында фольклор әҫәрҙәренең ҡулланылышына ҡарата // Духовная культура народов России: Материалы заочной Всероссийской научной конференции, приуроченной 75-летию доктора филологических наук Ф. А. Надршиной/ Отв. ред. Ф. А. Надршина. Уфа: АН РБ, Гилем, 2011. С. 222-225.

15. Arslanbek Saide. Prof. Dr. Abdülkadir İnan’dan Birkaç Hatıra // Kazan. 1977. № 19. S. 38-40.

16. Gesange russischer Krieggefangener aufgenomen von Robert Lach korrespondent Mitglied der Akademie der Wissenschaften in Wien. II. Band: Turktatarische Völker. 2. Abteilung: Baschkirische Gesange. Transkription und Übersetzung der baschkirischen Originalliedertexte von privatdozenten Dr.Herbert Jansky in Wien in Verbindung mit Dr. Galimdschan Tagan. Wien und Leipzig. 1939.

17. Özkan İsa. Siyasi Mücadeleden İlmi Çalışmalara, bir Bilginin Hayat Öyküsü: Abdülkadir İnan// Türk Kültürünü Araştırma Enstitüsü’nün 50. Yılına Armağan. Hazırlayan Bülent Gül. Ankara, 2012. S. 51-99.

18. Salihov Ahat. Muhacir Başkurtların Türkiye’deki ve Diğer Ülkelerdeki Faaliyetleri// 38. ICANAS (Uluslararası Asya ve Küzey Afrika Çalışmaları Kongresi) 10-15 Eylül 2007 Ankara/Türkiye. Bildiriler. V. Cilt. Tarih ve Medeniyetler Tarihi. Ankara, 2012. S. 2593-2606.

19. Şenol Hadi. Abdulkadir İnan // DTCF’de Türkoloji Öyküsü. Hazırlayan Hasan Özdemir, Hadi Şenol. Ankara, 2006. S. 219-282.

20. Şenol Hadi. Abdulkadir İnan // Prof. Dr. Saadet İshaki Çağatay’ın Yaşam Öyküsü. İstanbul, 2007. S. 100-102.

21. Togan Zeki Velidi. Hatıralar: Türkistan ve Diğer Müslüman Türklerinin Milli Varlık ve Kültür Mücadeleleri. Yayına Hazırlayan İsenbike Togan. Ankara, 1999. XXVI+630 s.


Ә.М. Сөләймәнов

М. Аҡмулла ис. БашДПУ, Өфө



АБДУЛҠАДИР ИНАН-СӨЛӘЙМӘНОВ ҠАЛДЫРҒАН ЭТНОГРАФИК ХЕҘМӘТТӘРҘЕҢ МИЛЛИ ФОЛЬКЛОРЫБЫҘ СЕРҘӘРЕН АСЫУҒА БУЛЫШҠАНЫ

Абулҡадир Инан-Сөләймәновтың төрки халыҡтары этнографияһына бағышланған хеҙмәттәре байтаҡ. Уларҙың барыһы ла фольклорға мөнәсәбәтле. Был йәһәттән йолаларға ҡағылышлы күҙәтеүҙәре ныҡ айырылып тора. Улар беҙҙең өсөн милли фольклорыбыҙҙың бығаса биш ҡат йоҙаҡ менән бикле серҙәрен асыуға яраҡлы алтын асҡыс хеҙмәтен үтәй. Ошо йәһәттән түл алыу һәм уллыҡҡа алыу йола­һының таралышы, нигеҙҙәре ха­ҡындағы этнографик күҙәтеүҙәре бик тә әһәмиәтле. Был йолалар күп яҡтан никах тураһындағы хәҙерге закондар тарафынан ҡабатланғандай булды. Мәҫәлән, илебеҙҙә әле ғәмәлдә булған рәсми закон буйынса, уллыҡҡа алынған йәки үгәй ул, туранан-тура ҡан ту­ғаны (имсәктәше, аталашы) бул­маһа ла, уллыҡҡа алыусының йәки үгәй ата-әсәһенең ҡыҙы менән никахлаша алмай. Йола хоҡуғы буй­ынса ла шулай. Шуның менән бергә йола был мәсьәләгә киңерәк ҡарай. Уллыҡҡа алыныусы үҙ ырыуынан ғына түгел, үҙен ул иткән кешенең ырыуынан да кәләш ала алмаған.

Инан теркәгән был саф этногра­фик мәғлүмәттең саф фольклорға мөнәсәбәте ниҙә һуң? Ғалимдың күҙәтеүҙәренән күренеүенсә, ул­лыҡҡа алынған баланы ғаиләләге башҡа ағай-энеләре яңғыҙлай тор­ған булған. Бындай конфликттың социаль нигеҙе бар. Ул шунан ғибәрәт. Икенсе ҡандан булған ба­ланы атай мираҫынан өлөш алыуға дәғүәсе булараҡ күрә алмағандар. Бындай мөнәсәбәт Учалылағы Рәсүл ауылы, Йылайырҙағы Һабыр ауылы тарихына бәйле риүәйәттәрҙә аныҡ сағылыш алған.

Мин һеҙҙең иғтибарығыҙҙы Инан-Сөләймәновтың улыҡҡа алыу йолаһы хаҡындағы мәҡәләһендә килтерелгән бер йолаға йүнәлт­мәксемен. Бында мин этнографтар ҙа, генетиктар ҙа ҡағылмаған бер йоланы, түл алыу йәки түл яңыртыу йолаһын күҙ уңында тотам. А. Инан әйтеүенсә, бындай йола борон төркиҙәрҙә, шул иҫәптән ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ халыҡтарында ҡәҙимге хәл кеүек атҡарылған. Ул яҡуттарға ла хас булған. Һәр хәлдә, Инан әйте­үенсә, «яҡуттарҙың үҙ ҡатындары­ның башҡа берәүһе менән мө­нәсәбәткә инеп тапҡан йәки ситтән алып ҡайтҡан балаларын үҙ балаһы кеүек ҡабул итеүе лә «түл алыу» хәләл һаналған осорҙан тороп ҡалған күренеш булырға тейеш» (6, 122).

Элена (яҡуттар Ленаны шулай атай) йылғаһы ярында яҡуттарҙың «Дуҫлыҡ» тигән тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығы бар. Ундағы кар­тиналар галереяһында бер әҫәр айырыуса иғтибарҙы тарта. Өйкөм генә булып үҫкән ағастар төбөндәге эскәмйәлә ҡәҙимге рустың милли кейемендәге зәңгәр күҙле ир менән зәңгәр күлдәкле ҡара күҙле яҡут ҡатыны ултыра. Уларҙың икеһенең дә ҡараштары сиҙәмдә ултырған ҡыҙыл күлдәкле сабыйға төбәлгән. И.И.Попов яҙған был әҫәр «Семен Дежнев перед отплытием в Студе­ное море» тип атала. Аңлатыуҙа­рынса, XVII быуатта йәшәгән рус диңгеҙсеһе С.И. Дежнев заманын­да яҡуттан кәләш алған булған икән. Ошо никах һәм рус кешеһен иш иткән яҡут ҡыҙы Абакаяда ха­ҡында хәҙер риүәйәттәр һөйләйҙәр. Имеш, балаһы тыуғас, Семен Ива­нович сәйәхәтен дауам итә. Абака­яда уны көтә лә көтә. Ун туғыҙ йыл­дан Дежнев кире урап килә. Әммә Абакаяданы осрата алмай: ул үлгән була.

Хәҙер Дежнев менән Абакаяданың үҙ-ара мөнәсәбәттәренә толе- рантлыҡ күҙлегенән сәйәси төҫ би­релә: уны, рус-яҡут дуҫлығы симво­лы кимәленә күтәреп, поэтиклаш­тыралар: шағирҙар йыр, поэма яҙа, рәссамдар картиналар тыуҙыра. Әммә XVII быуаттарҙа якуттарҙа түл алыу йолаһы тотороҡло күҙәтелеүен иҫәпкә алғанда, Абакаяданың бер үткенсе менән түшәк бүлешеүенә тап шул йола сәбәпсе бу­лыуы ихтимал. Был фаразды шул да ҡеүәтләй, саха-яҡут илендә ул йола хаҡында әле лә хәтирәләр ишетергә була. 2000 йыл­дың 6-9 сентябрендә Якутск ҡала­һында «Донъя халыҡтарының эпик ҡомартҡылары контексында олонхо» тигән халыҡ-ара ғилми конфе­ренция булғайны. Шунда насип бул­ғайны ул хәтирәләрҙе ишетергә. Дөрөҫ, минең өсөн информатор ро­лен атҡарған ғалимә, Саса-Яҡут фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының Олонхо бүлеге хеҙмәткәре Н.А. Дья­конова әйтеүенсә, ситтән килгән йә үткенсе ир-ат менән саха ҡатын- ҡыҙын махсус рәүештә түшәк бүлештереүҙең боронғо этнографик нигеҙе хәҙер онотолған. Шуға күрә лә заманында генетика күҙлегенән ҡан яңыртыу, нәҫел яңыртыу тип аҡланған был йола хаҡындағы хәтирәгә лә мөнәсәбәт бөгөн икенсе: уны хәҙерге әхлаҡи ҡанундар кимәленән аҙғынлыҡ тип баһалайҙар.

Миңә билдәле мәғлүмәттәр бу­йынса, түл алыу йолаһы япондарға ла ят булмаған. Һәр хәлдә, XX бы­уаттың 50-се йылдарында ла Саха­лин япондарында ул ғәмәлдә булған. Ғәскәри хеҙмәткә килеүсе ир-атты, ҡыҙҙарына ылыҡтырып, уларҙың затын алып ҡалырға тырышыр бул­ғандар (Бөрйән районы Яңы Мона­сип ауылында 1938 йылғы Баймырҙин Рәйес Рәхмәтулла улынан ишеткәнем буйынса). Рәйес, 1957 йылда армияға алынып, өс йыл Сахалинда хеҙмәт иткән).

2001 йылда Екатринбург — Өфө маршруты буйынса автобуста килгәндә, үзбәкләшкән тажик: «Был йола тажикстандың Таулы Бадахшан автономиялы республикаһында әле лә күҙәтелә. Командировкаға барған күркәм, күрмәлекле һәм затлы ир-егетте яңғыҙ йоҡлатмайҙар. Уны мотлаҡ ваҡытлыса кейәү итәләр. Ҡан (нәҫел) яңыртыу маҡсатында түлен алып ҡалалар», — тигәйне.

Сала-сарпыраҡ булһа ла, баш­ҡорт фольклорында ла был йола са­ғылыш тапҡан. Саф тылсымлы — героик һәм батырҙар тураһында әкиәттәрҙә, шулай уҡ новеллистик әкиәттәрҙә герой сит батшалыҡҡа юлығыуы була — уны батша кейәү итә һала. Түл алыу йолаһы, эстетик яҡтан ҡарағанда, айырым художе­стволы мотив, йәғни минисюжет сифатында эпостарға ла килеп ин­геләй. Миҫалға «Заятүләк менән Һыуһылыу» иртәген килтерергә була. Дөрөҫ, иң популяр версияла­рының варианттары буйынса, За­ятүләк Һыуһылыуға бер күреүҙә ғашиҡ була. Ҡыҙ нисек кенә ялын­маһын, хәйләләшеп, нисек кенә унан ҡасып китергә уҡталмаһын, толомон ҡулынан ыскындырмай егет.

Һыуһылыуҙы «сәсенән эләкте­реү» мотивының әрәсәһенә инеп тор­маҫтан, заманында Кирәй Мәргән уны былай тип кенә аңлатҡайны: «Әгәр ҙә сәс образының халыҡ ижа­дында төп атрибуттарҙың береһе сифатында кәүҙәләндерелеүен хәтергә алһаҡ, тимәк, был деталь эпик геройҙың көрәште иң ыша­ныслы аҙым менән башлап ебәреүен, ҡыҙ тормошондағы иң мөһим тотҡаны үҙ ҡулына эләктереүен са­ғылдыра» (8, 111). Донъя халыҡта­ры инанысы һәм мифы буйынса, «сәс йән йәки магик көс тупланған урын иҫәпләнгән: сәсһеҙ ҡалыу — көстән яҙыу, тип белгәндәр» (10, 41). XX быуаттың күренекле фольклорсыһы В.Я. Пропп әйткән был фекерҙе бик күп этнографик һәм фольклор мате­риалдары ҡеүәтләй. Уға ҡағылыш­лы мәғлүмәттәрҙе С.П. Крашенин­ников, А.Ф. Анисимов (1, 366), Е.Д. Торсонов (11, 175), М.Х. Минһажетдинов (9, 117) һ.б. күптәрҙең хеҙ­мәттәрендә осратырға була.

Борон алтай, ҡытай, монголда ир кешенең оҙон толом йөрөтөүе — уның көслө булыуының билдәһе иҫәпләнгән. Әгәр фольклорға мөрә­жәғәт итһәк, оҙон сәстең, толомдоң көс билдәһе икәне башҡаларға ла мәғлүм булыуына миҫалдар табыр­ға була. Төрки донъяһында киң бил­дәле «Йософ менән Зөләйха» ҡисса­һының геройы ла шундай билдә менән нарыҡланған. Башҡорттоң «Алсуҙар менән Кирсуҙар» тигән ба­тырҙар тураһындағы әкиәттең ге­ройы толом-толом сәс йөрөтә (2, 238), тываларҙың да шундай типта­ғы бер әкиәтендәге Ерсары-мөгө толом эйәһе, тимәк, ҡеүәтле батыр итеп һүрәтләнә. Толомон киҫеүҙәре була — Ерсары-мөгө көс-ғәйрәтен юғалта ла ҡуя (11, 175-176). Әйткән­дәй, ҡатын-ҡыҙ ҙа толомһоҙ ҡалһа, шулай була, тип инанған боронғо­лар. Төркиәттең XIX быуаттағы күренекле ғалимы Н.Ф. Катанов теркәп ҡалдырған бер мифологик легенда буйынса, бер ханбикәнең сәсе аршын ярым булған. Үтә аҡыллыһың, тип, бер саҡ ире шуны киҫә. «Шунан алып ҡатын-ҡыҙҙың аҡылы ҡыҫҡа булып ҡалған, ти» (7, 6 (524). Һуң­ғы легендала сәстең оҙонлоғо аҡылдың көсөн (аҡыл күплеген) бел­дергән. Тимәк, башҡорт менән та­тарға мәғлүм «Сәсе оҙон — аҡылы ҡыҫҡа» тигән мәҡәлде беҙ, замана кешеләре, «сәсе оҙон булғанға, аҡылы ҡыҫҡа» тип, туранан-тура аңлап, асылда, хилафлыҡ ҡылабыҙ икән. Ул мәҡәл «сәсе оҙон булһа ла, аҡылы ҡыҫҡа» тигән мәғәнә бирер­лек дөрөҫ интонация менән әйте­лергә тейеш. Тимәк, мәҡәлгә лә сәс оҙонлоғо аҡылдың күплеген аңлата тигән фекер һалынған. Шулай булғас, эпос геройы Заятүләктең Һыуһылыуҙы алтмыш ҡолас толомонан эләктереүе — һыу ҡыҙының көсөн алыуҙы, уның менән ҡауышыуға инициативаны үҙе күрһәтеүен аң­лата. Ә инде егеттең көсөн тойғас, уның ҡулындағы ҡамсыны ҡыҙҙың үбеүе — ир көсөн таныуын төшөн­дөрә (8, 112).

Әммә эпостың шундай бер версияһы бар, ул бөтөнләй икенсе төрлө, дөрөҫөрәге, әле әйтелгәндең киреһен раҫларлыҡ һығымтаға ки­лергә мәжбүр итә. Бында Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында Сәлиха Бикбулатованан (1904) Ниғмәт Шоңҡаров тарафынан 1967 йылда яҙып алын­ған версия күҙ уңында тотола. Дөрөҫ, бында ла Зыятүләк тәүҙә Һыуһы­лыуҙың сәсенән эләктерә. Бында ла тартҡылаш китә: ҡыҙ егеттең ебәреүен үтенә, егет ебәрмәй ҡырталаша. Ҡыҙ ахырҙа: «Улайһа, тирәк башы­нан төшәйем», — ти. Ул ана шунда сәс тарап ултырған була. Ҡыҙ, ергә төшөп, «сәстәрен матур ғына итеп тарап алғас:

— Һин, Заятүләк, миңә иптәш булырһың, мин һине илемә алып ҡайтам, — тигән.

— Ҡуй, тегендә тирәк төбөндә минең атым, этем, ҡошом ҡалды.

— Уларға бер нәҫтә лә булмаҫ, әйҙә, мин деү батша ҡыҙымын.

— Ҡалай итеп алып ҡайтаһың?

— Елкәмә йәбеш, күҙеңде йом, тик сәсемә теймә.

Сәсен айырып алып, Заятүләкте елкәһенә йәбештереп, быны күлгә алып сығып китте, ти» (3,217).

Башта тәүге ремаркаға һәм ҡыҙҙың һуңғы һүҙенә иғтибар итә­йек. Ҡыҙҙың матур итеп сәсен та­рай алыуынан егеттең уны ҡулдан ысҡындырыуын аңлау ҡыйын түгел. Тимәк, ҡыҙ үҙ көсөн һаҡлап ҡала. Күлгә сумғанда сәсенә теймәҫкә ҡушыуы — бүтәнсә үҙенең көс-ҡеүәтен алмауын һорауы. Тимәк, һыу ҡыҙы ер егетенең һәләтен таныуға таный (Заятүләк уның көсөн алыу серен белә), әммә, эпостың тәүге версияһынан айыр­малы рәүештә, ишләнешергә уға үҙе тәҡдим яһай. Тәҡдим яһау менән генә сикләнмәй, елкәһенә йәбеште­реп, иленә алып китә. Ә унда атаһы ҡыҙының был эшен хуплап ҡына тора. Уның табышына һоҡланып: «Ҡалай һәйбәт кеше был! Ҡайҙан таптың?» — тип, уларҙы ҡауышты­ра. Шулар барыһы ла — Заятүләктең түлен алыу теләгенә ишара. Эпостың был версияһының тап шул йоланы күҙ уңында тотоуы шуның менән дә йөпләнә: Заятүләк үҙ иленә яңғыҙы ҡайта, Һыуһылыу уны ер өҫтөнәсә оҙатырға ғына килә, дөрөҫөрәге, күл төбөнә алып төшкәнендәге кеүек, елкәһенә йәбештереп, аты, эте, ҡошо янына илтеп ҡуя ла, үҙе кире борола.

Сәлиха Бикбулатова башҡарған версия эпосты түл алыу йолаһы күҙлегенән һөйләү һөҙөмтәһе икәненә төшөнөүе ҡыйын түгел. Икенсе төрлө әйткәндә, был версия түл алыу йолаһы хаҡында төшөнсә халыҡ тигән оло ҡәүемдең бер өлөшөнөң, һәр хәлдә, “Заятүләк менән Һыһылыу” иртәгенең тыуған иле Асылыкүл тирәһенән ер аяғы ер башында ятҡан төбәктәгеһенең, хәтерендә архетип булараҡ һаҡланыуына, шул күҙлектән интерпретацияланыуына миҫал була алыр ине. Әгәр ҙә мәгәр, кәм тигәндә, уның тағы ике-өс варианты табылған сүрәттә, әлбиттә. Шулай ҙа әле әйтелгән фаразға сәбәпсе булыуы ла һүҙ барған версияның иғтибарға лайыҡ булыуы хаҡында һөйләй.

«Аҡһаҡ ҡола» эпосында йылҡы­ларын эҙләргә сыҡҡан егеткә юлда осраған ҡыҙҙың ҡунып ки­тергә тәҡдим яһауынан уның да был затлы егеттең (ҡобайырҙа ул юҡҡа ғына бай улы тип исемләнмәгән, күрәһең) түлен алып ҡа­лырға ниәтләнеүе аныҡ уҡ аңлашыла. Ни өсөн тигәндә, “Заятүләк менән Һыуһылыу” иртәгенең Сәлиха Бикбулатова версияһы менән сағыштырғанда, уның мәғлүм варианттарының барыһында ла тиерлек “ҡыҙ егеткә ҡунып китергә, аҡ сымылдыҡ эсендә аҡ түшәктең өҫтөндә аҡ сабаҡтай уйнарға тәҡдим итә” мотивы төрлөсә, әммә тотороҡло ҡабаталана. 1960 йылда Ырымбур өлкәһе Люксембург районы Ҡолман ауылы Ғибаҙулла сәсән Агишевтан (1876) Кирәй Мәргән яҙып алған версия­ла, мәҫәлән, ҡыҙ бай улына шулай ти:

Көңнәр (хеҙмәтселәр. — Ә.С.)ҡымыҙ бешерҙәр,

Эсеп киткел, бай улы!

Төшөп киткел, бай улы!

Көңнәр тирмә ҡорорҙар,

Көңнәр урын йәйерҙәр,

Көңнәр түшәк түшәрҙәр,

Ҡунып киткел, бай улы!

Аҡ тирмәнең эсендә

Аҡ сымылдыҡ ҡорорҙар,

Аҡ сымылдыҡ ҡорорҙар,

Аҡ сымылдыҡ эсендә,

Аҡ сабаҡтай, уйнарбыҙ (3, 223).

Был юлдар менән танышҡан ке­шенең үткенсе егеткә ҡыҙҙың эротик уйын тәҡдим итеүенә төшөнмәүе мөмкин түгел. Ҡабатлайым: ошондайыраҡ үтенесле тәҡдим эпостың беҙгә мәғлүм вариант, версияларының байтағында ҡабатлана.

Ошо урында «Алпамыша менән Барсынһылыу» эпосы хәтергә килә. Алпамышаны әсир иткән хандың ике ҡыҙы ла уға, тәҡәт итә алмайынса, үлеп ғашиҡ була. “Үлеп ғашиҡ булыу” төшөнсәһе эпоста бик шәп бер художестволы деталь аша төшөндөрөлә. Хәсән сәсән Буранғолов версияһы буйынса, шул ҡыҙҙар булат ҡылыс ярҙамында үҙҙәренең һарайынан Алпамы­ша ятҡан зинданға тиклем ер аҫтынан юл һала. Ә зиндан, боронғо йола буйынса, ҡыҙҙарҙы бикләп тотҡан һарайҙан алыҫтағы тау башында була. Шул ҡылыс менән Алпамышаның бығауҙарын өҙә сабалар. Егет доға яҙған ҡағыҙ менән уның күптән үлгән атының һөлдәһен һыйпап, уны терелтәләр (4, 63 - 64). Был деталдәр барыһы ла ҡыҙҙарҙың Алпамыша менән ҡауышырға инициатива күрһәтеүенә бәрәбәр. Өмөхаят Ҡолдәүләтова версиһы буйынса, хандың кинйә ҡыҙы, үҙ-үҙен хәүефле аҙымға барырға мәжбүр итеп, йәшерен рәүештә ер аҫты юлынан килеп, Алпамышаға ризыҡ ташый, алтын һаплы алтын ҡылыс ярҙамында бығауҙарын өҙә, таш һарайҙан атын сығарып бирә(4, 43 - 44). Был миҫалдар ҙа хан ҡыҙының әсир баһадир менән ҡауышыу теләген иллюстрациялай. Әммә ике осраҡта ла егет улар­ҙың тәҡдимен ҡабул итмәй. Итер ине, әҫәрҙең тел төбөнән аңлашылыуынса, Барһынһылыуына хыянат итеү тип белә. Шуны белә тора, ҡыҙҙарҙың уны үлемдән ҡотҡарыуы арҡаһында, эпоста “Алпамышаның Барһынһылыуға мөхәббәте хаҡына уларҙың үҙ мөхәббәттәрен ҡорбан итеүҙәре” тип аталмалы өҫтәлмә мотив хасил булған. Һин яратҡандың һине түгел башҡаны яратыуын хөрмәт итә белеү – ысын мөхәббәт тигән тойғоһо сикһеҙ булғандар өлөшө генә, әлбиттә. Түл алыу йолаһын еренә еткереп атҡарыу идеяһы һалынған мотив ахырҙа килеп бына шулай “саф мөхәббәт ни ул?” тигән һорауға яуап яғына ауышҡан. Абдулҡадир Инан һүҙ алып барған шул йоланың был эпоста беренсел булыуына шул да дәлил: әҫәрҙең бер версияһы буйынса, Алпамышаны зинданға япҡан хан уның күңелен арбап, үҙ итеү бурысын ҡыҙҙарына үҙе йөкмәтә.

Эпоста сағылыш тапҡан түл алыу мотивы үҙ сиратында А. Инан-Сөләймәнов телгә алған бер риүәйәтте хәтерләтә. «Был риүәйәткә ҡарағанда, — тип яҙа Инан, — Аблай хандың ейәне Кенансарыны әсирлеккә алған ҡара ҡырғыҙҙар, принц янына гүзәл ҡыҙҙарын ебәреп, уның түлен алып ҡалырға теләнеләр. Тик Кенансары түлен биреүҙән баш тарт­ты һәм үлтерелде» 5, 122). Алпа­мышаны ла үлем көтә. Әммә, беҙ быға тиклем уйлағанса, хан өсөн ят бауыр булғанға ғына түгел икән. Кенансары кеүек ғорур булғанға, дош­манға түл биреү — дошманды үрсе­теү, уға көс биреү — хыянат, хәләлбикәһе алдында ғына түгел, ил-йорто алдында ла хыянат икәнен яҡшы аңлағанға. Бәхетенә күрә, Кенансарынан айырмалы рәүештә, Алпамыша үлемдән ҡотолоу сара­һын таба.

Түл алыу йолаһы «Урал батыр» эпосында ла баҙыҡ күҙәтелә. Ҡатил батша илендә лә, башҡа урында ла Урал батыр кәләш ала ла кәләш ала. Ала ла ары китә, ала ла ары китә. Бер кем уға: «Ниңә кәләшең менән тормайһың?» — тип дәғүә белдермәй. Тәүләп кәләш алыуында ла, арта­бан кәләш яңыртыуында ла иници­атива уның үҙенән түгел, йә ҡыҙ яғынан, йә ил ҡарттарынан, йә шул ике яҡтан бер юлы сыға, шуларға башҡаларҙың тырышлығы ла өҫ­тәлә. Ҡатил батша ҡыҙы, күмәк егет­тәрҙе теҙеп ҡуйып, араларынан Уралды ғына һай­лай, уны ғына үҙенең һарайына алып килергә ҡуша. Яуыз батша ҡыҙының был ҡылығы уның тик Уралдың ғына түленә ҡыҙығыуына ишара. Ҡыҙының һүҙенә ҡолаҡ һалмағаны өсөн, батшаның был башбирмәҫ егеткә ҡаршы тәүҙә тау­ҙай үгеҙ, аҙаҡ дейеүҙәй батырҙар сығарыуы ла сит батырҙың түлен алырға тырышыуы һәм уның был ныҡышлығы ни тиклем әһәмиәтле икәнен күрһәтә. Ил ҡарттары ла — кемелер Ҡатил батша ҡыҙын кәләш итеп алырға тәҡдим итә, кемелер димләшә. Со­циаль йәһәттән бик үк һәм бөтөнләй килешә алмаҫ көстәрҙең маҡсат берлегенә ирешеүе үҙенекен итә. Ахырҙа:

Урал алмаҡ булған,ти.

Ҡыҙҙы алып, туй яһап,

Бер аҙ ҡалмаҡ булған, ти (3, 53).

Был юлдарҙан Уралдың юлай­ҡан ғына кейәү булып китеүе, тегеләренең иһә шуға ла ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереүе яҡшы аңлашыла. Шулай булған өсөн дә, бында ла һүҙ түл алыу йолаһы хаҡында бара, тимәй, ни тиһең инде. Әлбиттә, был мотив хәҙер тоноҡлана төшкән. Әммә Уралдың Ҡәһҡәһә батша илендә Алғыр тигән ирҙең иптәше­нең Гөлөстан тигән ҡыҙын кәләш итеүе менән танышыуыбыҙ була, әле әйткәнебеҙ аныҡ уҡ тоҫмаллана ла ҡуя. Урал Әзрәҡәне еңгәс кенә, донъ­яла күпте күргән өлкән кеше шулай ти:

Ил батыры — батырҙан,

Батыр ирҙән тыуыр ул;

Атанан күреп, уҡ юнып,

Атанан күреп, яу асып,

Ил эсендә үҫер у.

Батырҙан батыр тыуғанда,

Атаһындай булғанда,

Бер быуын тип һаналған

Илдә ғөмөр итәр у (3, 63-65).

Халыҡ исеменән ил ҡарттары бына шулай үҙҙәренең нәҫеленең ҡанын яңыртыуҙы — түл алыу йо­лаһын көҫәй.

Юғарыла телгә алынған риүә­йәттәрҙә (12) ҡабатланған «яуҙа та­былған баланы уллыҡҡа алыу» мотивының да төбөндә, асылда, А. Инан-Сөләймәнов күҙ уңында тот­ҡан түл алыу йолаһы аныҡ сағылған.

Беҙҙә бығаса ғаилә-көнкүреш йолаларын тикшереүсе этнограф­тар ҙа, фольклор әҫәрҙәрен тикше­ренеүселәр ҙә түл алыу йолаһы, түл алыу мотивы хаҡында өндәшкәне булманы. Әле әйтелгәндәрҙән аңла­шылыуынса, Инан-Сөләймәновтың һүҙ барған мәҡәләһе этногра­фия һәм фольклор ғилемебеҙҙәге ҡайһы бер күҙәтеү һығымталары­быҙға тос ҡына төҙәтмәләр инде­реүҙе талап итә.

Әҙәбиәт

1. Анисимов А.Ф. Об истинном и иллюзорном в первичных воззрениях на природу: Этнографический очерк // Вопросы религии и атеизма. М., 1958. С. 363-378.

2. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Өсөнсө китап. Төҙ. Н.Т. Зарипов, М.Х. Минһажетдинов; Яуаплы мөхәррир Ғ.Б. Хөсәйенов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978.

3. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. Өсөнсө китап / Төҙ. Ә.М. Сөләймәнов; инеш мәҡ. авт. М.М. Сәғитов; һүҙ ахыры Ә.М. Сөләймәнов менән Р.Ф. Рәжәповтыҡы; Аңлатмалар М.М. Сәғитов менән Ә.М. Сөләймәновтыҡы; Яуаплы мөхәррир Н.Т. Зарипов. Өфө: Китап, 1998.

4. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 4 том / Төҙ., аңлатмалар биреүселәре М.М.Сәғитов, Б.С. Байымов; инеш мәҡ. авт. М.М.Сәғитов, Б.С. Байымов, С.Ә. Галин; яуаплы мөхәрр. Ә.И. Харисов, С.Ә. Галин. Өфө: Китап, 1999.

5. Инан А. Кейәү // Ватандаш. 2000. № 4. 155-157-се б.

6. Инан А.Күсмә төрки ҡәбиләләрендә уллыҡҡа алыу йолаһы менән бәйле тради­циялар //Ватандаш. 1998. № 6. 116-123-сө б.

7. Катанов Н.Ф. Среди тюркских народов //ИРГӨ. Б.М., Б.Г. Т. XXIX. 23 с. (Отд.отт).

8. Кирәй Мәргән. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө: Башҡортос­тан кит. нәшр., 1961.

9. Минһажетдинов М.Х. Ҡәләмендә ҡөҙрәт бар. Өфө: Китап, 1995. 211- 9.212- се б.

10. Пропп В.Я. Исторические корни волшебной сказки. Л.: Изд-во ЛГУ, 1986.

11. Турсунов ЕД. Генезис казахской бытовой сказки. Алма-Ата: Наука, 1973.


Ә.М. Сөләймәнов

М. Аҡмулла ис. БашДПУ, Өфө



АБДУЛҠАДИР ИНАНДЫҢ “КЕЙӘҮ” ТИГӘН МӘҠӘЛӘҺЕ

ҺӘМ ЕЙӘНБИРҘЕ МЕНӘН ЕЙӘНБАЙ БАБАЙҘАРҘЫҢ ӘЙТКӘНЕ

Күп кенә башҡа хеҙмәттәре һымаҡ уҡ, Абдулҡадир Инандың (Фәтхелҡадир Сөләймәновтың) «Кейәү» [2] тигән мәҡәләһе лә этнография күҙлегенән яҙылған, әммә ул, этнография өсөн генә түгел, фольклористика өсөн дә берҙәй үк әһмиәткә эйә. Эш шунда, ул ХХ быуаттың тәүге яртыһында уҡ донъя күрһә лә, беҙгә шул йөҙ йыллыҡтың ахырында ғына мәғлүм булғансы, төркиҙәргә хас никах, ғаилә йолалаларының сер булып ҡала килгән мөһим бер үҙенсәлеген асырға форсат бирә. Анығын әйткәндә, был мәҡәлә беҙҙә күптән аксиома булырға дәғүә итеүгә хаҡы бар тип иҫәпләгән бер ҡарашҡа яңынан әйләнеп ҡайтырға булыша.

Төрки ҡәүемдәренең байтаҡтарында кәләш алыусы егеттең билдәле бер ваҡытҡа тиклем ҡайныһына хеҙ­мәт итеүе фарыз иҫәпләнгән. Хатта хан тиклем хан да был йоланы боҙа алмаған. А. Инан үҙенең мәҡә­ләһендә шундай бер фәһемле ми­ҫал килтерә: «Сәмәрҡәнд ханы Ос­ман Ҡарахан Үргәнчтә харәзмшаһ Мөхәммәдтең ҡыҙына әйләнә. Туй бик оҙаҡ дауам итә. Ниһайәт, Ос­ман үҙ мәмләкәтенә ҡайтып ки­тергә уйлай, фәҡәт Тәркән Хатун: «Төрки тәртибенә ярашлы, кейәү­ҙең һый-хөрмәт күреү өсөн («күр­һәтеү өсөн»дөр, моғайын да.— Ә.С.), ҡайны өйөндә бер йыл ҡа­лыуы шарттыр», — тип, китергә рөхсәт итмәй.

Тәркән Хатун телгә алған «төрки тәртибе» булһынмы, Дай-сэчэндең кейәү итеп Темучинды «өйөнә алы­уы» булһынмы, бында кейәүҙе ҡай­ны өйөндә эшләтеү кеүек боронғо замандарҙа бик киң таралған ғәҙәт­тең аҙмы-күпме алға киткән йәмғи­әттәрҙә осраған ҡалдыҡтары ха­ҡында һүҙ бара». [2, 157].

А. Инан-Сөләймәнов әйтеүенсә, был йола Алтайҙағы телеут, теленгит, шор халыҡтарында беҙҙең көндәргәсә һаҡланған. Кейәү кеше­нең билдәле ваҡыт үткәнсе ҡайны йортонда хеҙмәтсе булырға те­йешлеге шор халҡының фолькло­рында бик үҙенсәлекле сағылған. Ҡыҙҙы һоратҡанда уҡ, унда кейәү исеменән шулай тип һамаҡлайҙар икән:

Тилим куда ползын,

тиҙем күзә ползын;

тағы шыҡсан,

таяғың полай;

суға керсәң,

чөләгиң полай;

идибиссәң,

эжиктәге эдиң полай;

чыскырбыссаң,

кәзәң полай...
Телем ҡоҙа булһын,

теҙем кейәү булһын;

тауға сыҡһаң,

таяғың булайым;

һыуға керһәң,

сүлмәгең булайым;

ҡыуһаң,

ишектәге этең булайым;



сығарһаң,

йомошсоң булайым» [2,157].

Кейәү кеше борон ҡаҙаҡ менән башҡортта ла кәм кеше иҫәпләнгән. А. Инан быны, йолаларға таянып, иҫбатлаған. «Ҡаҙаҡтарҙа, айырыу­са Һары Арҡалағы найман, арғын, ҡыпсаҡ һәм алчын ырыуҙары, Уралдан көнсығыштараҡ йәшәгән башҡорттарҙа (салжиут, ҡатай, ба­рын, табын һәм бәкәтин ырыуҙа­рында) кейәү кеше, ҡатын ырыуы­нан берәүһенә ҡунаҡ булып төшһә, тирмә йәки өйҙөң ишеге янында ғына ултыра ала, тигән ғәҙәт (йола. — Ә.С.) бар. Башҡорттар: «Кейәү өрлөктән үтмәҫ» (йәғни түбәләге өрлөк тапҡырынан ары эскә кер­мәҫ), тиҙәр. Был талапты ҡаҙаҡтар теүәл үтәп килһә лә, бөгөнгө баш­ҡорттар уны мәрәкә өсөн генә иҫкә алалыр. Әйткәндәй, башҡорттарҙа «кейәүгә көл ташыт, атына — утын» тигән ата һүҙе лә (мәҡәл дә. — Ә.С.) һаҡланған» [2, 157].

Кейәүҙе кәм күреү йолаһы этнографик яҡтан нигеҙле. Мәғлүм булыуынса, матриархат дәүерендә ҡатын-ҡыҙ үҙенә иште үҙе тапҡан. Тапҡан да кейәүҙе үҙ ырыуына «оҙатып» алған. Ә унда иһә ят ырыу вәкилен, ят бауыр, тип, ек күргәндәр (экзогам ғаилә ырыу менән ырыуҙың ғына ҡоҙалашыуын талап иткән).

Кәләшенең ырыуында кейәү ке­шене, ек күреү менән генә сиклән­мәй, төрлөсә этләгәндәр. Хәҙерге көндә лә башҡортта кәләшенең кесе туғандары, йәғни еҙнәй кешенең ҡәйнеш һәм балдыҙҙары, уны төр­лөсә ыҙалата: итеге йә ботинкаһы эсенә һыу ҡойоп ҡуя, йоҡлағанын­да битенә ҡором һөртә, юрғанын түшәгенә ҡуша тегә, өҫтөнә һыу һибә... Хә­ҙер мәрәкә сараһы ғына иҫәпләнә бындай ҡыланыштар. Асылда иһә, ул — боронғо йоланың, сит ырыу вәкиле булған кейәү (еҙнәй) кешене ыҙалатыу, эҙәрләү ғәҙәтенең руди­менты.

Кейәү кешенең ҡайныға хеҙмәт итергә тейеш булыуы ла ана шул матриархат законына буйһонған никахҡа бәйле. Шул дәүерҙә үк кәмһетелгән кейәү ҡайны-ҡәйнә йортонда хеҙмәтсе вазифаһына ғына дәғүә итә алған. Бөгөн булһын башҡортта «йорт кейәүе» тигән төшөнсә бар. Хәҙер уны кәләше өйөнә инеүсе кейәүҙәргә ҡарата ирония менән әйтәләр. Бынан күп дәүерҙәр элек, был һүҙ «ҡайны йор­тона хеҙмәт итеүсе кейәү» тигән төшөнсәне биргән заманда, уның кейәүҙе кәмһетеү мәғәнәһенә эйә булыуына төшөнөү ауыр түгел.

Заманалар үҙгәргәс, атай хоҡуғы өҫкә сығып, патриархатҡа ни­геҙләнгән ғаилә барлыҡҡа килгәс, кәләш ир йортона күсерелә. Һәм ир — ир булып ҡалған сүрәттә лә, йорт­ҡа күсеүгә бәйле үҙенең комик баһаланышын бисәһенә биргәндәй бу­ла. Ҡайһы бер ырыуҙырҙа, мәҫәлән, үҫәргән, түңгәүер ырыуҙарында, ҡатын кешене «өйгеше» («өйкеше, «өйкешеһе») термины менән атап йөрөтөү ғәҙәте ана шунан килә.

Әле әйтелгәндәр А. Инан-Сөләймәнов тәҡдим иткән бер фаразда, кейәү һүҙенең этимологияһын аңлатҡан фаразда, хәҡиҡәт булы­уын раҫлай. Ә ул фараздың асылы шунан ғибәрәт. Инан әйтеүенсә, төркиҙәрҙәге:

Күзә (шор, сағай, ҡыйбал, кач), күйә (күйәрик, тобол, тара), күйө (ҡырғыҙ), күйөн (ҡаҙаҡ), кейәү (башҡорт), кияү (татар, төмән), күйәү (ҡараим), Гүйү (ҡырым), Гүвә (ғағауыз), Күйә, күйү (алтай), Күтүө (яҡут), Күрә (сыуаш), гөвәй, гөвәи (төрөк) һәм монголдағы күрген (күреген), тунгус телендәге күркен һүҙҙәре — барыһы ла кейәү төшөнсәһен бирә һәм «боронғо төрки (күк төрөк) һәм уйғыр текстарындағы «күдәгү» һү­ҙенән килеп сыҡҡан булырға те­йеш» (2, 155). Ә ул үҙ нәүбәтендә йор -, бур -, күр -, каз - һүҙ тамырҙ­ары киңәйеү һөҙөмтәһендә, «йоры», «буру», «кура», «ҡаҙы» һүҙҙәре хасил булған һымаҡ, күҙ- йәки күдәзү- тамырына -ә, -гү ялғауы ҡушылыу­ҙан барлыҡҡа килгән, тәүге осраҡ­та «көтөү», «ҡурғыу», «чабан булыу» тигәнде, һуңғыһы — «көтөүсе чабан» тигәнде аңлата. Кейәү йылдар бу­йына ҡайны йортонда хеҙмәтсе ва­зифаһын атҡарыр булғас, А. Инан был хаҡта өндәшмәһә лә, аңлашы­ла торғандыр, кәләш кеше ата йор­тонда уҡ бала-сағалы була башла­ған. Һөҙөмтәлә, фольклор ғилеме, эт­нография, социология күҙлегенән, бик ҡыҙыҡ күренеш хасил булған. Был хаҡта миңә 1966 йылда Хәй­булла районы Аҡъюл ауылы аҡһа­ҡалы Ейәнбирҙе мулла Ишемғоловтан ишетергә насип булғайны. Ауылдаштары, күрше-күлән уны Йәнбирҙе тип кенә йөрөтә ине. Ҡарт шуға мөнәсәбәтен былай тип аңлаткайны:

— Йәнбирҙе түгел минең исемем, ә Е-йән-бир-ҙе!

Минең:

— Нишләп? — тип һорауыма, ул былай тип яуап бирҙе:



— Борон башҡортта шундай йола булған. Ҡайны һораған ҡа­лымды түләп бөтмәй тороп, кейәү кеше кәләшен оҙатып ала алмаған. Түләргә хәленән килмәҫтәй булһа, ҡалым хаҡын ҡайны йортона хеҙмәт итеү менән ҡайтарған. Шул арала кәләше бала-сағалы булып китә бит инде. Икешәр-өсәр балалы булғансы, кәләшен алып ҡайта ал­маған кейәүҙәр ҙә була торғайны. Ана шулайтып, әсәһе яғынан ҡартатай булғанының йортонда тыуған баланың исеме алдынан «Ейән-» һү­ҙен өҫтәр булғандар: Йәнбирҙе түгел, Ейәнбирҙе; Йәнсура, Йәнтүрә, Йәнғәле, Йәнбикә түгел, Ейәнсура, Ейәнтүрә, Ейәнғәле, Ейәнбикә бу­лырға тейеш...

Ейәнбирҙе мулланың һүҙҙәрен мәғлүм телсе, фольклорсы һәм әҙәбиәтсе шағир Рәшит Шәкүр мат­буғатҡа сығарған бер яҙма ла ҡеүәтләй. Шул яҙмаға сәбәпсе булған кеше: «Ейәнбай Тимербай улы Ус­манов булам. Ил башы Әлшәй баты­рҙың балаҫының балаҫының ба­лаҫы, — тип таныштыра үҙен һәм артабан бына ни ти: — Элекке Әл­шәй ауылын беләҫең бит. Шул ауыл­дыҡымын. 1908 йылдың 2 мартын­да Сурайға (әсәйҙе атаһына. — Ә.С.) ҡунаҡҡа барған ваҡыт­та тыуғанмын. Шуның өсөн Ейән­бай тип ҡушҡандар исемде. Ана­ның тыуған йортонда мин — ейән» [4, 143].

Абдулкадир Инан хеҙмәтсе кейәү хаҡында һүҙ алып барғанда, ҡалым мәсьәләһен телгә алмаған. Ихти­мал, кейәүҙең ҡайны йортонда бил­дәле ваҡытҡаса хеҙмәтсе бурысын үтәргә тейеш булыуы, Ейәнбирҙе бабай әйткәнсә, йәғни башҡорттағыса, ҡалымды мәлендә түләй алыу йә түләй алмау мәсьәләһе менән дә бәйле булғандыр.

Быныһы — бер булһа, икенсенән, Ейәнбирҙе бабайҙан яҙып алынған мәғлүмәт шуныһы менән дә әһә­миәтле. Ул, бер яҡтан, исемдәр та­рихы менән шөғөлләнеүселәргә лә, фольклорсыларға ла, этнографтарға ла уйланырға сәбәп булмаҡсы. Фольклорсы өсөн уның әһәмиәте ниҙә? Мәғлүм булыуынса, «Урал ба­тыр» эпосы Йәнбирҙе менән Йәнби­кәнең тормош хәлен бәйән итеүҙән башлана:

Борон-борон борондан

Кеше-маҙар булмаған,

Килеп аяҡ баҫмаған,

Ул тирәлә ҡоро ер

Барлығын һис кем белмәгән,

Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан

Буған, ти, бер урын.

Анда буған, ти, борон

Йәнбирҙе тигән ҡарт мән

Йәнбикә тигән ҡарсыҡ,

Ҡайҙа барһа, аларға

У урында, юл асыҡ (1, 27).

Әгәр ҙә мәгәр Ейәнбирҙе Ишемғолов менән Ейәнбай Ус­мановтарҙың аңлатмаһында хаҡлыҡ булһа, беҙ «Урал батыр» эпосындағы Йән­бирҙе менән Йәнбикә урынына «Ейәнбирҙе», «Ейәнбикә» тигән исемдәрҙе ҡулланырға тейеш бу­лабыҙ (Был раҫлауға ҡаршы ҡайһы берәүҙәр: “Был мифологик эпос. Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан заманда һинең “ейәне”ңде кем белһен?!” — реплика ырғытыуы ихтимал. Был ихтимал — улар ихтыярында. Быға ҡаршы, эпос, ысынлап та, шул дәүерҙә үк ижад ителһә, ошо һорау менән яуап биреү менән генә сикләнергә тура килә: “Кем, ул саҡтағы бабаларыбыҙ ҙа бөгөнгө телебеҙҙә һөйләшкән, тип әйтә алыр?”). Һөҙөмтәлә нимә килеп сыға һуң? Быға тиклем ҡайһы бер хеҙ­мәттәрҙә Урал батыр менән Шүл­гәнгә атай менән әсәй булған ике кешенең исемдәренең этимоло­гияһын еңел генә «йән биреүсе», тип туранан-тура аңлатыуҙар, рус­са “дающий жизнь” тип (әлбиттә, Йәнбикәне руссаға тәржемә итһәң, уны йә “душа” йә “жизнь” + “госпожа” йә “барыня” тип аңлатырға тура килеүе мәсьәләһен ситтән генә уратып) төшөндөрөргә тыры­шыуҙар ҙа, йә булмаһа уларҙы кеше­леккә йән биреүсе (протоатай, протоәсәй) тип атауҙар ҙа урынһыҙ һәм этнографик яҡтан нигеҙһеҙ булып сыға. Етмәһә, улар был донъя икәүһе генә йәшәмәгән. Юҡһа, Шүлгән — йәннәттең прообразы булған илгә, Урал батыр Ҡатил иленә юлығыр инеме лә дүрт ил барын белер инеме?

Быныһы — бер булһа, икенсе­нән, Урал батырҙың ата-әсәһен Ейәнбирҙе менән Ейәнбикә тинекме, шул исемдәр үҙҙәре үк ҡасан­дыр уларҙың эйәләренең тыумы­шына, сабый сағына бәйле (йәғни, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында, ике­һенең дә йә аталарының үҙ ҡайны-ҡәйнәләренә бурыслы ҡалыуы, йә матрилокаль никах йолаһы күҙәтелеүе һөҙөмтәһендә, йә әсәләре тыу­ған йортона ҡайтҡан арала тыуыуы хаҡында) йәнә берәй сюжет булып та, дәүерҙәр һынауына түҙмәй, онотолоуы ихтимал, тип фараз итергә ерлек тыуа.

Сителтелеп сит ерҙәрҙә йөрөү сәбәпле, Абдулҡадир Инанда баш­ҡорт фольклоры материалдарына һылтаныуҙар һирәгерәк осрай. Шу­лай ҙа уның дөйөм төрки фолькло­рына ҡағылышлы күҙәтеүҙәре лә башҡорт фольклоры ғилеме өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Иң мөһиме, әллә ҡасан яҙылыуҙарына ҡарамаҫтан, улар беҙгә әлегә сиселмәгән төйөндәрҙе сисергә, си­селгәндәренең дә төрлө аспектта­рын асыҡларға ярҙам итә. Ә инде ижтимағи анда, эстетик танып бе­леүҙә, фольклорҙың урыны, әһәмиә­те хаҡында әйткәндәре дөйөм фольклор ғилеменә ҡағыла һәм әле лә бик мөһим, әйтергә мөмкин, ме­тодологик әһәмиәтле концептуаль фекер булып ҡала. Мәҫәлән, 1938 йылда «Сығыр» тигән баҫманың 71 — 72-се һандарында донъя күргән «Эпос һәм хөрәфәт мотивтарының тарихи әһәмиәте» тигән мәҡәлә­һендә фольклорҙың әһәмиәтен бына нисек баһалаған ул: «Теләгән бер милләт тарихының милли дас­тан һәм риүәйәттәр менән башла­ныуы барыбыҙға ла мәғлүм. Бөйөк дәүләттәр ҡорған хаҡандар һәм уларға ярҙам иткән милли тәңреләр­ҙең килеп сығышы хаҡында һөйләгән риүәйәттәр, дини мәра- симдарҙа уҡылған доға һәм илаһиҙар, ҡаһармандарҙың шанлы юлда­рын данлаған эпостар, әкиәттәр, халыҡ фәләсәфәһенән ғибәрәт бул­ған ата һүҙҙәре (төрөктәр мәҡәлде шулай ти. — Ә.С.) йәки мәҡәлдәр, бө­гөн килеп, бер аҙ мәғәнәһеҙ күрен­гән хөрәфәттәр ошо милләттең генә түгел, ә бөтә кешелектең тәфәккүр (фекерләү эшмәкәрлеге) тарихын һәм уның камиллашыу баҫҡыста­рын өйрәнеү өсөн, үтә ҡиммәтле материал тәшкил итә. Ҡаҙыу эштә­ре ваҡытында табылған сынаяҡ, сүлмәк, ҡорал һәм башҡа әйбер ва­тыҡтары, төрлө дәүерҙәге матди куль­тураларҙы өйрәнеү өсөн, берҙән-бер сығанаҡ иҫәпләнһә, эпос, хикәйәт, әкиәт һәм башҡа мәғәнәүи культура әҫәрҙәре беҙгә үткән дәүерҙәрҙең ҡараңғы нөктәләрен яҡтыртыусы шәм кеүектәр. Тураһын әйткәндә, улар, ҡаҙыу эштәре ваҡытында та­былған сынаяҡ һәм сүлмәк ватыҡ­тарына ҡарағанда, күпкә мөһимерәктәр. Сөнки мәғәнәүи ҡо­мартҡылар — тупраҡ аҫтында үле хәлдә ятҡан ярсыҡтар түгел, ә йәмғиәттең рухында йәшәгән документ” [3, 153]. Әммә Инан фольклор менән археологияны бер-береһенә ҡаршы ҡуймаған, ә, халыҡ тарихын өйрәнгәндә, икеһененең дә иҫәпкә алынырға тейешлегенә баҫым яһаған.

«Археологик ҡаҙыныуҙар ваҡы­тында табылған ҡомартҡыларҙың хикмәтен аңлатыу өсөн, төркиҙәр­ҙең фольклор һәм этнография мате­риалдарына мөрәжәғәт итеү зарур» (3, 154), тип белгән Инан. Ошо фе­керҙе ҡайта-ҡайта ҡабатлауы иһә уның этнография менән бер ҡата­рҙан фольклорҙың да тикшеренеү­селәр өсөн, шул иҫәптән археология өсөн дә, мөһим сығанаҡ була алы­уына Инандың ныҡ инаныуын аң­лата булыр.

Абдулҡадир Инандың хеҙмәттә­ре күп яҡлылығы менән айырылып тора. Әйтелгәндәр барыһы ла этног­раф һәм телсе Инандың — фольк­лорсы, фольклорсы Инандың — эт­нограф һәм телсе булыуы хаҡында һөйләй.


Каталог: files
files -> Урок литературы в 7 классе «Калейдоскоп произведений А. С. Пушкина»
files -> Краткая биография Пушкина
files -> Рабочая программа педагога куликовой Ларисы Анатольевны, учитель по литературе в 7 классе Рассмотрено на заседании
files -> Планы семинарских занятий для студентов исторических специальностей Челябинск 2015 ббк т3(2)41. я7 В676
files -> Коровина В. Я., Збарский И. С., Коровин В. И.: Литература: 9кл. Метод советы
files -> Обзор электронных образовательных ресурсов
files -> Внеклассное мероприятие Иван Константинович Айвазовский – выдающийся художник – маринист Цель
1   ...   27   28   29   30   31   32   33   34   35

  • Ә.М. Сөләймәнов